18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Июль
Январь
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
Декабрь
2025
1950
1951
1952
1953
1954
1955
1956
1957
1958
1959
1960
1961
1962
1963
1964
1965
1966
1967
1968
1969
1970
1971
1972
1973
1974
1975
1976
1977
1978
1979
1980
1981
1982
1983
1984
1985
1986
1987
1988
1989
1990
1991
1992
1993
1994
1995
1996
1997
1998
1999
2000
2001
2002
2003
2004
2005
2006
2007
2008
2009
2010
2011
2012
2013
2014
2015
2016
2017
2018
2019
2020
2021
2022
2023
2024
2025
2026
2027
2028
2029
2030
2031
2032
2033
2034
2035
2036
2037
2038
2039
2040
2041
2042
2043
2044
2045
2046
2047
2048
2049
2050
ПнВтСрЧтПтСбВс
30
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
1
2
3
00:00
01:00
02:00
03:00
04:00
05:00
06:00
07:00
08:00
09:00
10:00
11:00
12:00
13:00
14:00
15:00
16:00
17:00
18:00
19:00
20:00
21:00
22:00
23:00
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

#Юбиляры_ЧитающийБаймак

15:06 14.09.2023 16+
3153


Быйыл арҙаҡлы яҡташыбыҙ, билдәле педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Азамат Тажетдиновтың тыуыуына 85 йыл тулған булыр ине.

Азамат Әғзәм улы 1938 йылда Баймаҡ районы Байым ауылында тыуған. Бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килә. Атаһы һуғышҡа китә һәм 1943 йылдың 13 мартында Смоленск йүнәлешендәге һуғышта батырҙарса һәләк була. Ғаиләлә әсә ҡулында атайһыҙ алты бала ҡала. Азамат Әғзәм улына өлкәндәр менән бер рәттән ауырлыҡтарҙы күтәрергә, донъя мәшәҡәттәрен атҡарырға, колхозда бил бөгөргә тура килә. Шулай ҙа бала саҡтан күңелендә белемгә һөйөү йөрөткән малайға әсәһенең ҡеүәтләү һүҙҙәре дәрт өҫтәй. Башланғыс мәктәпте Байымда, ете класты Икенсе Этҡол мәктәбендә тамамлағас, уҡытыусы булыу теләге уны Темәс педагогия педучилищеһына алып килә. 1956 йылда Темәс педучилищеһы ябылыуы арҡаһында аҙаҡҡы курсты 1957 йылда Белоретта уҡып бөтә. Беренсе эш урыны Баймаҡ районы Байыш мәктәбе, артабан - Икенсе Этҡол мәктәбендә эшләй. 1965 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. 1965—1969 йылдарҙа Баймаҡ район мәғариф бүлегендә инспектор вазифаһын башҡара. 1969—1977 йылдарҙа Икенсе Этҡол урта мәктәбенең директоры булып эшләй. Тап Азамат Әғзәм улы директор вазифаһын башҡарған саҡта яңы, замана талаптарына яуап биргән мәктәп төҙөлә.

Хеҙмәт юлын мәғарифҡа бағышлаған шәхес тыуған яғының тарихын өйрәнеү ниәте менән яна. Хаҡлы ялға сыҡҡас та Азамат Әғзәм улы ныҡлап ижадҡа тотона. 2003 йылда йәнтөйәге булған ауылы тураһында “Беҙ – Байымдар” тигән тәүге китабын нәшер итә. Әйтергә кәрәк, китап ауылдаштары өсөн генә түгел, бәлки, район йәмәғәтселеге өсөн дә оло ваҡиға була. Сөнки ошоға тиклем районда үҙ төйәге тураһында белешмә сығарған кеше булманы. Икенсе Этҡолда төпләнгән кеше булараҡ, ауыл тарихын, уның шәхестәрен ентекләп өйрәнә, улар тураһында материалдар туплай башлай. Һөҙөмтәлә 2005 йылда “Ел-дауылдар аша” исемле күләмле китабы баҫылып сыға. Артабан инде өс һуғышты үҙ елкәһендә татыған, репрессия ҡорбаны булып, күп эҙәрлекләнеүҙәргә дусар ителгән Шәһәрғәзи Ғәбдиев тураһында, уның шиғырҙарын, бәйеттәрен, топонимикаға бәйле материалдарын туплап, 2005 йылда “Шәһәрғәзи сәсән” исемле китабын сығарыуға өлгәшә. Байым ауылы халҡы өсөн 2012 йылдың йәйендә үткәрелгән Байым ишандың тыуыуына 280 йыл тулыуына арналған тантаналар онотолмаҫлыҡ хәтирә булып ҡалды. А. Тажетдинов бик күп архив мәғлүмәттәргә эйә булып, халыҡҡа үҙ тарихын ҡайтарып бирҙе, аңын асты. Оло йәшенә ҡарамаҫтан Азамат Әғзәм улы үҙе лә, мәғрифәтсе Байым ишан кеүек, халыҡҡа белем таратты. Уның көсө менән Байым ишанға һәйкәл ҡуйылды.

Уның фиҙаҡәр хеҙмәте “РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исемдәре, СССР Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән баһаланды, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты булып танылды.

Шәхестең исемен мәңгелләштереү маҡсатында 2-се Этҡол мәктәбе бинаһына күренекле педагог, яҙыусы-тарихсы, мәктәпкә нигеҙ һалыусы Тажетдинов Азамат Әғзәм улына мемориаль таҡта ҡуйылған һәм мәктәпкә исеме бирелгән.

Һеҙҙең иғтибарға Тажетдинов Азамат Әғзәм улының тыуыуына 80 йыл тулыуына арнап китаптарына байҡау форматында төшөрөлгән “Рухи мираҫ” исемле фильм тәҡдим итәбеҙ (Авторы – Айгөл Иҙелбаева, 2018 йыл, Баймаҡ телевидениеһы).

Китаптары:

• «Беҙ - Байымдар» (2003);

• «Ел-дауылдар аша» (2005);

• «Шәһәрғәзе сәсән» (2005);

• «Ғүмерем ағыштары - ғаиләм яҙмыштары» (2008);

• «Сәсәндәр иленә сәйәхәт» (2009);

• «Күңелдәрҙә яра төҙәлмәгән» (2010);

• Оло юлда Юлык (2012);

• «Байым ишан нәҫелдәре» (2013)

Оставить сообщение
Последние новости
2025-07-25
18+
«Башэлектросбыт» напоминает о необходимости ежемесячно передавать показаний до 25 числа включительно
Компания Башэлектросбыт напоминает, что своевременная передача показаний влияет на корректность начислений как за индивидуальное потребление электроэнергии, так и за содержание общедомового имущества в многоквартирных домах. Для того,
163
2025-07-25
18+
В Баймакском районе завершены регистрация кандидатов в депутаты
Территориальная избирательная комиссия Баймакского района 23 июля 2025 года на очередном заседании завершила регистрацию кандидатов в депутаты Совета городского поселения город Баймак по одномандатному избирательному округу 1. Для участия на
169
2025-07-24
18+
#БиблиоЛето
292