#Мероприятия_в_рамках_проектной_деятельности2024
06:56 17.05.2024 16+
Ауыл китапханалары араһында иғлан ителгән смотр-конкурс сиктәрендә бөгөн Билал һәм Күгиҙел ауылдары үҙҙәренең проект эштәрен яҡланы. Билал ауылы китапханаһы был юҫыҡта бер нисә йыл рәттән бик уңышлы эшләп килә, әле комиссия хөкөмөнә биш проект буйынса сара тәҡдим итте. 9-сы синыф уҡыусылары “Үҙеңә ышан” проекты сиктәрендә тренинг үтһә, кескәйҙәр “Өләсәйем һандығы”на байҡау яһанылар. Ә “Ауылымдың үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге”, “Йөрәктән - йөрәккә”, “Яҙыусынан - уҡыусыға” проекттары китапханаға Әбйәлил районынан ижади кешеләрҙе, ауылдың шәхестәрен, әүҙем китап уҡыусыларын йылы, матур осрашыуға йыйҙы.
Күгиҙелдә иһә “Ауыл ҡатын–ҡыҙы” проекты ауылда йәшәүсе, уның данын, ырыҫын арттырыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙы, килендәрҙе, инәйҙәрҙе тупланы. Күҙҙең яуын алырҙай ҡул эштәре, аш–һыуға оҫта күгиҙелдәрҙең төрлө ризыҡтар теҙмәһе, уҡымлы китаптарҙан торған күргәҙмә сараға йәм-ҡот өҫтәне. Оло быуындың фәһемле сығыштары йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барҙы.
Последние новости
Приглашаем вас на Международный фестиваль «Башҡорт аты» Дорогие жители и гости Баймакского района!
Приглашаем вас на Международный фестиваль башкирской породы лошадей Башҡорт аты, который состоится 6 сентября 2025 года на живописном берегу озера Графское. В этот же день мы будем праздновать 95-летие