18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

#День_памяти_и_скорби

08:38 22.06.2024 16+
565


22 июнь-Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө билдәләнә. Был көндә беҙ яуҙа һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалған, тылда һәләк булғандарҙы хәтергә алабыҙ.

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө айҡанлы “Яҡты хәтер-тарих биттәрендә”исемле сара үтте. Осрашыуҙа Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булып сит яҡтарҙы мәңгелеккә төйәк иткән яугир яҡташтарҙың Әхмәров Хажғәле Хәмзә улының, Мөхәмәтшин Ғәлиулла Хәйрулла улының, Мөхәмәтшин Нәбиулла Вәлиулла улының тыуғандары ҡатнашты. Саҡырылған ҡунаҡтар Әхмәрова Роза, Әхмәров Нәбиулла, Ғөбәйҙуллина Миңһылыу, Кәримова Гөлдәр, Кусарбаев Айзар, Рахманғолова Сәғиҙә, Кашкарова Гөлнәзирә үҙҙәренең эҙләнеү эштәре аша алыҫ саҡрымдарҙы үтеп, яуҙа ятып ҡалған яугир тыуғандарының ҡәберлектәрен эҙләп табыуы, тыуған яҡтың тупрағын батырҙарҙың ҡәберҙәренә һалыуҙары һәм үҙҙәренең кисерештәре тураһында һөйләп үттеләр. Яу яланында яҡындарын юғалтҡандарға эҙләнеү эштәренең нескәлектәре тураһында кәңәштәрен бирҙеләр һәм ярҙам итеүсе хөкүмәт органдарына, айырым кешеләргә рәхмәттәрен еткерҙеләр. Ә 8 йәшлек Ғөбәйҙуллин Динисламдың һуғыш тураһындағы шиғыры сараға йәм һәм дәрт өҫтәне.

Яугир яҡташтарыбыҙҙы эҙләп тапҡан илһөйәр, тыуған йәнле саҡырылған ҡунаҡтарға сауаплы, изге эштәре өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Оставить сообщение