18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

24-26 июнь Өфөлә Урал батыр эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXVI төбәк-ара конкурсы үтте. Быйыл конкурстың йомғаҡлау этабында республикабыҙҙан эпосты яңғыҙ башҡарыусы 53 уҡыусы

10:07 28.06.2024 16+
553
24-26 июнь Өфөлә «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXVI төбәк-ара конкурсы үтте. Быйыл конкурстың йомғаҡлау этабында республикабыҙҙан эпосты яңғыҙ башҡарыусы 53 уҡыусы, 17 фольклор коллективы ҡатнашты.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса «Урал батыр эпосын яңғыҙ башҡарыусылар» номинацияһында Сәйғәфәр урта мәктәбе уҡыусыһы Солтанова Зөһрә (етәксеһе Солтанова Р.З.) I урын яуланы. «Айыуҡай» балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүселәре Баязит һәм Байрас Буранбаевтар (етәксеһе Буранбаева Ә.Р.) Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты призына лайыҡ булдылар. Сосновка башланғыс мәктәбе уҡыусыһы Фәритова Дилбәр (етәксеһе Аллағыуатова Ю.Ш.) «Яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкәне өсөн» дипломы менән бүләкләнде.

«Урал батыр эпосын һәм башҡа эпик әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереү» номинацияһында Ҡолсора ауылы урта мәктәбенең ижади коллективы (етәксеһе Әбсәләмова А.Ф.) III урын яуланы.

Район данын яҡлап сығыш яһаған балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәренә, уҡыусыларға, уларҙың етәкселәренә артабан да яңы үрҙәр, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

Оставить сообщение