18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

Глава администрации Баймакского района Фанис Аминев поздравил с открытием многопрофмльного полилингвального лицея-интерната

23:37 03.09.2024 16+
203
Глава администрации Баймакского района Фанис Аминев поздравил с открытием многопрофмльного полилингвального лицея-интерната.

“Быйылғы уҡыу йылы лицей-интернат өсөн айырыуса ҡыуаныслы. Бөгөн белем усағы үҙенең уҡыусыларын капиталь ремонттан һуң ҡаршы ала. Бынан тыш яңы уҡыу йылын лицей-интернат күп профилле полилингваль статусында башлай. Был уҡыу процессына, белем кимәленә яңы ҡараш өҫтәр, лицей-интернатын районда ғына түгел республикала алдынғы булараҡ танытыр, тип ышанам.

Мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау буйынса «Мәктәп системаларын модернизациялау» программаһы 2022 йылдан алып райондың 7 дөйөм белем биреү учреждениеһын яңыртырға мөмкинлек бирҙе. Был бик ҙур һәм күләмле эштәрҙе атҡарып сығырға ярҙам күрһәткән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа, республика Хөкүмәтенә бөтә Баймаҡ халҡы исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.

Киләһе йылдарҙа программаға райондың мөмкин тиклем күберәк белем биреү учреждениеларын, шул иҫәптән балалар баҡсаларын да индерергә тырышасаҡбыҙ.

Төҙөүселәргә, коллективҡа, ремонтлауға үҙ өлөшөн индергән, ярҙам ҡулы һуҙған һәр кемгә рәхмәт.

Белем йорто сирек быуаттан ашыу уңышлы эшләп килә. Лицей-интернат уҡыусыларының рухын да, аҡыл кимәлен дә, физик үҫешен дә камиллаштырыу өсөн ҙур эш башҡара. Ошо дәүер эсендә ныҡлы “ҡанат ҡуйып” оло тормош юлына сығарған уҡыусыларығыҙ менән һеҙ хаҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ. Ватансылыҡ рухында тәрбиәләнгән уҡыусыларығыҙ араһында әлеге мәлдә илде һаҡлау буйынса хәрби бурыстар үтәүселәр бихисап.

Ысынлап та, әлеге мәлдә баймаҡтар иң яуаплы йүнәлештәрҙә дошман менән көрәшә. Улар араһында һеҙҙең яҡындарығыҙ, атайҙарығыҙ, туғандарығыҙ ҙа бар. Яҡташтарыбыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ һәм илебеҙҙең ышаныслы һаҡ аҫтында булыуын беләбеҙ.

Яугирҙәребеҙгә ярҙам иткән уҡыусыларға, уҡытыусыларға, ата-әсәләргә ҙур рәхмәт. Һеҙҙең йыйып ебәргән посылкалар, изге теләктәр менән яҙылған хаттар - былар барыһы ла бик мөһим, сөнки хәрби операцияла ҡатнашыусылар тыуған төйәктән алынған күстәнәстәрҙе һәр саҡ йылы һүҙҙәр менән ҡабул итә һәм ысын күңелдән рәхмәт белдерә.

Яңы уҡыу йылы һеҙҙең өмөттәрегеҙҙе аҡлаһын һәм яңы белемдәр менән байытһын!

Барығыҙҙы ла байрам менән!”

https://vk.com/album-121076135_303974222

Оставить сообщение