Тауыш биреү әүҙем бара
22:12 06.09.2024 16+
Тауыш биреү әүҙем бара
Баймаҡ районындағы 75 һайлау участкаһында ла тауыш биреү әүҙем бара. Участкаларҙың 9-ы – ҡалала, 66-һы ауылдарҙа урынлашҡан.
Районда Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау, алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль район Советы депутаттарын һайлау, алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль район Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе Советы депутаттарын һайлау, Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль район 1-се Этҡол ауыл советы ауыл биләмәһе Советы депутаттарын өҫтәмә һайлау үтә.
Һайлау участкаларында төрлө саралар үткәрелә: көҙгә йәрминкәләр, махсус хәрби операциялағы яугирҙәр өсөн маскировка селтәре үреү, концерт, күргәҙмәләр һ.б. Һәр һайлау участкаһында волонтерҙар эшләй. Улар тауыш биреүселәргә “Рәхмәт” акцияһында ҡатнашыу өсөн билеттар һәм браслеттар тарата. Фотоларҙа ҡаланың 4-се лицейында урынлашҡан 997-се һайлау участкаһындағы йәрминкәнән күренештәр. Дилә Һөйөндөк ҡыҙы Иҫәндәүләтова етәкләгән 6-сы “А” класы уҡыусылары үҙ ҡулдары менән әҙерләгән әйберҙәрҙе, ризыҡтарҙы тауыш биреүселәргә тәҡдим итте.
Һайлау участкалары тауыш биреү көндәрендә - 6, 7, 8 сентябрҙә - иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.
Последние новости
С Днём Государственного флага Российской Федерации! Хөрмәтле Баймаҡ ҡалаһы һәм районы халҡы!
Баймаҡ районы муниципаль район Хакимиәте исеменән барығыҙҙы ла Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө менән тәбрикләйем.
Баймаҡта көслө рухлы, эшһөйәр, әүҙем һәм тыуған яғын яратҡан патриоттар йәшәй.
О корпоративном демографическом стандарте Вниманию руководителей!
О корпоративном демографическом стандарте
Сообщаем, что решением Республиканской трехсторонней комиссии
по регулированию социально-трудовых отношений (протокол 2 от
20.05.2025)утверждены Рекомендации по разработке и