18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

Башҡорт теленән онлайн-олимпиадаға әҙерһегеҙме?

18:43 26.09.2024 16+
2432
Башҡорт теленән онлайн-олимпиадаға әҙерһегеҙме?

Быйыл олимпиада 9-11 октябрҙә үтәсәк. Ҡатнашыусылар өсөн төрлө кимәлдәге онлайн-тест һорауҙары әҙерләнгән:

Башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн - башланғыс кимәл;

Ирекле кимәл - башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн;

Башҡорт теленең диалекттары - башҡорт теленең диалекттары менән ҡыҙыҡһынған ҡатнашыусылар өсөн.

Тест һорауҙарына яуап биреү өсөн 9 октябрҙән 11 октябргә тиклем олимпиаданың сайтына инеп теркәлеү үтергә кәрәк. Артабан өс кимәлдең береһен һайлап, 45 минут эсендә 30 һорауға яуап бирергә генә ҡала. Тест тамамланғас, һәр ҡатнашыусыға йыйылған балдар һаны менән сертификат тапшырыла.

Олимпиада тамамланғандан һуң сайтта белемде үҙ аллы тикшереү өсөн һорауҙарға дөрөҫ яуаптар ҡуйыласаҡ. Әгәр ҙә теркәлеү, тест үтеү йәки сертификат алыу, техник аспекттар буйынса ҡыйынлыҡтар тыуһа, 7(347) 2-46-58-24 телефон һандары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.

❗Әйткәндәй, олимпиада барышында үҙҙәрен фотоға төшөрөп социаль селтәрҙәргә һалыусылар араһында отош уйыны уҙғарабыҙ. Осраҡлы кеше Башҡортостан гербы һүрәтләнгән йәбешмәгә (наклейка) эйә буласаҡ. (Йәбешмәнең фотоһүрәтен комментарийҙарҙа ҡарай алаһығыҙ). Иң мөһиме, хештегын ҡуйырға онотмағыҙ.

Ойоштороусылары: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, "Мираҫ" йәштәрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеү фондтары. Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды булышлығында Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырыла.

Оставить сообщение
Последние новости
2025-08-21
18+
Программа долгосрочных сбережений (ПДС)
Программа долгосрочных сбережений (ПДС) начала свою работу с января 2024 года. ПДС это сберегательный продукт, который позволит получать гражданам дополнительный доход в будущем или создать подушку безопасности на любые цели. Участие в
150