Дуҫтар осрашыуы барыһының да күңеленә хуш килде!
Халыҡ ижады үҙәге директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңзифа Әхмәҙиә ҡыҙы Нәҙербаева инициативаһы менән ҡасандыр уҡыу йорттарын тамамлағандан һуң, тыуған районына әйләнеп ҡайтып, бергә гөрләп эшләгән, ижад иткән ағай-апайҙар, абруйлы ир-уҙамандар, хөрмәтле ханымдар осрашыуы үтте. Бөгөн инде күбеһе күптән инде хаҡлы ялда, ейән-ейәнсәрҙәр һөйәләр, әммә күңелдәре, йөрәктәре һаман йәш, һаман дәртле. Шуға күрә бергәләшеп концерт ҡуйырға ихласлап риза булдылар һәм, ниһәйәт, был изге ниәт тормошҡа ашты.
"Ирәндек" халыҡ бейеүҙәре ансамблен ойоштороусы һәм оҙаҡ йылдар етәкләүсе, бик күп бейеүҙәр авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәлимов Сәләм исменедәге премияһы лауреаты, Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайының "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы менән бүләкләнеүсе Динислам Исҡужин һәм уның тормош иптәше, төбәк-ара, республика йыр-моң бәйгеләре лауреаты Фируза Исҡужина, халыҡ-ара, республика йыр-моң конкурстары лауреаттары, бер-нисә быуын ҡурайсылар, йырсылар тәрбиәләгән ағалы-ҡустылы Рәмил һәм Рәил Хасановтар, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, тамашасы күңелен хисле, моңло йырҙары менән яулап алған, данлыҡлы Туйсиндар ғаиләһе ағзаһы – Флүрә Туйсина, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, бейеүҙәр авторы, "Ирәндек" халыҡ бейеүҙәре ансамбле ветераны, "Еҙ үксә" өлөгөлө балалар бейеү ансамблен ойоштороусы һәм етәкләүсе Зарифа Аралбаева һәм уның хәләл ефете Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ-ара, республика йыр-моң бәйгеләре лауреаты Фәттәх Аралбаев, "Ирәндек" халыҡ бейеүҙәре ансамбле ветераны Гөлзифа Әхмәтова, "Ирәндек" халыҡ бейеүҙәре ансамбле янында ойошторолған тәүге халыҡ инструменттары ансамбле етәксеһе, алыштырғыһыҙ баянист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Саньяр Мәүлитҡолов, тәбиғәттән бирелгән моңло тауышы, үҙенсәлекле тембры менән тамашасы һөйөүен яулаған бик күп йыр конкурстары еңеүсеһе, Батыр Вәлид исмендәге премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанға мәҙәниәт хеҙмәткәре Рауил Харрасов, оҙаҡ йылдар Ирәндек ансамбле солисы булған, Темәс ауылы мәҙәниәт йортонда директор вазифаһын башҡарған, республика бейеү бәйгеләре лауреаты Әсҡәт Нурмөхәмәтов, ижад ҡомары, дәрт-дарманы ташып торған районыбыҙҙың талантлы шәхестәре, өлгөлө ғаилә Дилбәр һәм Хәлил Биктимеровтар сығыштары һәр кемдең йөрәк түрендәге иң нескә ҡылдарын тибрәтеп, күңелдәрен иләҫ-миләҫ итте.
Баймаҡ еренең данын, шанлы тарихын дауам итеп, "Баймаҡтар" тигән исемгә мәртәбә өҫтәп, илһам утында янып-көйөп ижад итеүсе, ғорур халҡыбыҙҙың сая бейеүҙәрен, аһ-зарлы оҙон көйҙәрен түкмәй-сәсмәй йәш быуынға еткереүсе уникаль кешеләребеҙгә тик именлек, ныҡлы сәләмәтлек, күңел көрлөгө теләп, тағы ла осрашыуҙар көтөп ҡалабыҙ!
Концерттан фотоларҙы сайтта ҡарарға мөмкин:
https://cnt-baimak.ru/news/du-tar-osrashyuy-bary-yny-..
Последние новости
Месячник «Снегоход» Месячник Снегоход
Во исполнения приказа Государственного комитета Республики
Башкортостан по Гостехнадзору от 10 января 2025 года ГК10-3, в целях
профилактики рисков причинения вреда (ущерба) охраняемым законным
ценностям возникновения угрозы
Информация График дней приема граждан для консультирования по общим вопросам и гражданским инициативам Общественной палаты МР Баймакский район на первое полугодие 2025 года.
Дополнительные файлы