18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

Рухлы, дәртле иҙристәр

20:26 15.12.2024 16+
1446
Рухлы, дәртле иҙристәр

Һис ҡасан ал бирмәҫтәр!

10 декабрь Иҙрис ауылы клубында шөғөлләнеүсе үҙешмәкәр артистар, ижади коллективтар Баймаҡта ҙур концерт менән сығыш яһаны. Профессионал булмаған йәш бейеүселәрҙең, йырсыларҙың өҙҙөрә баҫыуҙары, моңло йырҙары берәүҙе лә битараф ҡалдырмағандыр. Ә инде "Зарифа" фольклор ансамбле ағзаларын районыбыҙҙың феномены, тип атарға ла мөмкиндер. Сөнки күптән хаҡлы ялда булған инәй-олатайҙарҙың парлашып, сәхнә һелкетеп бейеүҙәре күптәрҙең башына һыймаҫлыҡ һоҡланғыс күренеш. Уларҙың сығыштарын ҡарағанда шатлыҡ, ғорурлыҡ хистәре бергә үрелеп, эскә һыймай башлай, хатта күҙҙәргә йәштәр тула. Ысынлап та "Йәшлек", "Еҙ төймә" халыҡ ансамбльдары, ҡумыҙсылар коллективы, Зарифалар, концертта ҡатнашыусы барыһы ла ҙур ихтирамға һәм хөрмәткә лайыҡ. Ә инде ошо коллективтарҙы етәкләүсе, әҙерләп, сәхнәгә сығарыусы ауыл клубы мөдире Хәлиҡова Рәсимә Әнүәр ҡыҙына айырыуса ҙур рәхмәт һәм дан, тиергә генә ҡала. Бер үҙе төрө йүнәлештәге ансамбльдар тотоуы, уларҙы район ғына түгел, республика, ил кимәленә сығарырға йөрьәт итеүе – үҙе батырлыҡ. Заманалар ауыр, тип һыҡтап ултырмаған, ә үҙ күңелдәрен үҙҙәре күреп, йыр-моңдо юлдаш итеп, халыҡҡа дәр-дарман, позитив өләшеп йөрөүсе һәммәһе бөгөнгө көн геройы. Сараның маҡсаты ла ниндәй бит әле! Санкт-Петербург ҡалаһында үтәсәк конкурста ҡатнашырға матди сығымдарҙы ҡапларҙай аҡса туплау өсөн тырышып йөрөүҙәре. Баймаҡ данын илебеҙҙең төнъяҡ баш ҡалаһында танытырға теләүсе яҡташтарыбыҙға уңыштар ғына теләргә ҡала!

Бәләкәй генә клубатрын дер һелкетеп тороусы ҙур йөрәкле, дарманлы, ҡыйыу, сәмле-ғәмле иҙристәргә ҙур рәхмәт әйтеп, алдарында баш эйәбеҙ!

Концерттан фотоларҙы беҙҙең сайтта ҡарарға мөмкин:

https://clck.ru/3FEtcv

Оставить сообщение