Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев ижадына һәм Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған «Игебаев уҡыуҙары»
10:20 21.01.2025 16+
Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев ижадына һәм Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған «Игебаев уҡыуҙары» төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияға эштәр ҡабул итеү башланды.
Конференцияны ойоштороусолар – Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Баймаҡ районы мәғариф бүлеге, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты.
Эштәр түбәндәге 3 номинация буйынса ҡабул ителә:
1. “Атайсалым, берҙән-бергенәм,
Тамыры алтын ергенәм!”
(Абдулхаҡ Игебаев шиғырҙарын яттан һөйләү).
2. “Йәшәмәнем ҡулды ҡаушырып...”.
(Абдулхаҡ Игебаевтың тормош юлы һәм ижады буйынса фәнни-ғәмәли проекттар).
3. “Телебеҙҙе юғалтһаҡ,
Донъябыҙҙан ни ҡала?”
(Абдулхаҡ Игебаевтың тормош юлы һәм ижадына, Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған кластан тыш саралар һәм мастер-класстар).
Ижади эштәр һәм заявкалар 2025 йылдың 10 февраленә тиклем baimak2021@mail.ru электрон почтаһына ҡабул ителә.
Конференция буйынса тулыраҡ мәғлүмәт – положениела.
#ОтделОбразования
#БаймакскийРайон
#ОтделОбразованияБаймакскийРайон