#ГОД_ЗАЩИТНИКА_ОТЕЧЕСТВА_2025 #Победа80
14:30 23.01.2025 16+
#ГОД_ЗАЩИТНИКА_ОТЕЧЕСТВА_2025 #Победа80
#Месячниквоеннопатриотическоговоспитания
22 ғинуар Иҫке Сибай урта мәктәбендә Ғаилә йылын йомғаҡлау һәм Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылы, Башҡортостанда иғлан ителгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылын асыу тантанаһы үтте.
Тәүге өлөштә мәктәп директоры Рафиков Салих Мөхитдин улы ярты йыллыҡҡа уҡыу-уҡытыу, тәрбиә эштәре һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Артабан Бөтә Рәсәй уҡыусылар Олимпиадаһының муниципаль этапта еңеүсе уҡыусыларға маҡтау ҡағыҙҙары һәм премиялар тапшырылды.
Икенсе өлөштә Ғаилә йылына бағышланған сараларға йомғаҡ яһалды. Мәктәп тормошонда актив ҡайнап йәшәгән, балаларына матур тәрбиә биргән, өлгөлө ғаиләләргә мәктәп администрацияһынан рәхмәт хаттары тапшырылды.
Өсөнсө өлөш быйылғы йылды асыуға арналды. Байрамдың мәртәбәле ҡунаҡтары булып, беҙҙең уҡыусыларыбыҙҙың махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан атайҙарының яҡындары саҡырылды.
Кисәбеҙҙең дауамында, мәктәп менән тығыҙ бәйләнештә эшләгән Әһләй Сөләймәнов исемендәге сәңғәт мәктәбе, балалар баксаһы, больница коллективтарына, ауыл мәҙәниәт йорто, китапхана мөдирҙәренә, ауыл хәкимиәтенә рәхмәт хаттары тапшырылды.
Байрам сараһы сағыу, бай йөкмәткеле концерт номерҙары менән биҙәп барылды.
Был сараны үткәрергә ярҙам итеүсе бағымсылар - ауыл хаҡимиәте башлығы А.М.Сибаевҡа, И.Ю.Ибраһимовҡа,В.И.Иҙрисовҡа, И.А.Әхмәровҡа, Д.М.Күскилдинаға, Р.И.Утарбаеваға, И.С.Утарбаевҡа, И.М. Буранбаевҡа ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Оценили 0 человек