18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

#БиблиоМарафон

13:34 29.01.2025 16+
1394
#БиблиоМарафон
Әхмәр Үтәбайҙың "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
1028-се күҙәтеү
СӘЛӘМЛӘҮ
Әхләҡ ҡәғиҙәләре араһында сәләм биреү, сәләм алыу иң күркәмдәренән һанала. Студент саҡта бер мәл әсәйем менән Ғәфифә инәйем (атайымдың бер туған ағаһы Басир олатайымдың ҡатыны) Өфөгә килделәр. Уларҙы ҡала магазиндары буйлап алып йөрөгәндә Ғәфифә инәй юлында осраған һәр кеше менән, урыҫы менән урыҫса, башҡорт, татар менән үҙебеҙсә һаулыҡ һораша, сәләмләшә. Ауылдан килгәндәр ҡыуанып һаулыҡ ала, ҡаланыҡылар аптырап үтә, йәштәр бөтөнләй битараф, ишетмәмешкә һалыша. Инәй үҙҙәрен туҡтатып әрләп, оялтып китә. Трамвайҙа ҡыҙыҡлы мажараға ( уныһын һуңыраҡ яҙырмын) тарыныҡ.
Ул саҡта инәй өсөн уңайһыҙлыҡ тойғоһо кисерһәм дә, хәҙер килеп уның хаҡлы булғанын аңлайым.
Беренсенән, һәр кеше Аллаһтың бәндәһе, ҡоло, уны сәләмләү Аллаһты сәләмләүгә тиң ғәмәл. Шуға ла "Сәләм биреү — мең сауапҡа тиң" тигәндәрҙер.
Икенсенән, таныш булмаған кешегә сәләм биргәндә шуға иғтибар иттем: ул кеше шатлыҡ атына атлана, үҙен таныуҙарына ҡыуана, кемгәлер кәрәклегенә инана, үҙ-үҙенә ышанысы арта һ.б.
Оставить сообщение