18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

"Урал батыр - 2025" батырҙар бәйгеһе

10:27 18.02.2025 16+
1454
"Урал батыр - 2025" батырҙар бәйгеһе
“Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы тарафынан башланғыс алған “Урал батыр мәктәбе” проекты сиктәрендә "Айыуҡай" балалар баҡсаһында "Урал батыр - 2025" батырҙар бәйгеһе үтте.
Бөтә донъя таң ҡалырлыҡ, аҡыл-фәһем алырлыҡ “Урал батыр” эпосы тыуған ерҙе, яҡшылыҡты данлаусы әҫәр булараҡ билдәле. Башҡорт халҡының боронғо тормошо, донъя-ға ҡарашы, уй-хыялдары, данлы батырҙары тураһында һүҙ барған был эпос буйынса бәйге үткәреү матур йола.
Бәйге “Урал батыр мәктәбе” проекты тарафынан әлегәсә балалар баҡсаһы эсендә генә үткәрелеп килһә, быйыл иһә Рәсәйҙә “Ватанды һаҡлаусылар”, Башҡортостанда “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү” йылы уңайынан хәрби-патриотик айлыҡ сиктәрендә, Урал батыр тураһында белемде нығытыу, үҫеп килгән быуында туған телгә һөйөү, милли рух, илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында район кимәлендә ойошторолдо. Сара Баймаҡ ҡалаһының “Айыуҡай” балалар баҡсаһында уҙҙы. Бәйгелә ҡала һәм район балалар баҡсаһынан дәртле, рухлы, ҡыйыу малайҙар көс һынашты.
Һөҙөмтәлә 3-сө дәрәжә дипломы менән Тотманов Нурислам “Йондоҙло” балалар баҡсаһы, 2-се дәрәжә дипломы менән Сәйетҡолов Мирас “Күбәләк” балалар баҡсаһы, 1-се дәрәжә дипломы менән Ишембәтов Искәндәр “Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре бүләкләнһә, “Сәсән батыр” номинацияһында Аҫылғужин Инсаф “Сулпалар” балалар баҡсаһы Иҫке Сибай ауылы тәрбиәләнеүсеһе, “Рухлы батыр” номинацияһында Иҫәндәүләтов Эмир “Толпар” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе, “Зирәк батыр” номинацияһында Мухарлямов Илсаф Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбенең мәктәпкәсә белем биреү төркөмө тәрбиәләнеүсеһе тәбрикләнде, ә “Айыуҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Рахманғолов Данис иң рухлы, иң дәртле, иң көслө тип танылды һәм бәйгенең “Урал батыр – 2025” титулына лайыҡ булды. Һәр ҡатнашыусы конкурстың дипломы һәм “Айыуҡай” балалар баҡсаһынан иҫтәлеккә “Урал батыр” әкиәте китабы менән бүләкләнде.
Оставить сообщение