18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

БЕҘ – ҠАТЫН-ҠЫҘ!

05:59 08.03.2025 16+
726
БЕҘ – ҠАТЫН-ҠЫҘ!
Беҙ -ҡатын-ҡыҙ! Беҙ -әсәйҙәр!
Беҙ -һөйөклө ҡатындар,
Беҙ- йөҙөбөҙ иман нурын
Һирпеп торған ханымдар

Беҙ - Аллаһының иң һөйгән,
Иң яратҡан заттары,
Өс тапҡыр атайҙан артыҡ
Әсәй булыу хаҡтары!

Бына шундай яғымлы ла,
Һөйкөмлө лә заттар беҙ,
Эшсәнбеҙ һәм егәрлебеҙ,
Әй, шәп тә һуң үҙебеҙ!

Тик һөйөүҙән яратылған
Беҙ бит - ҠАТЫН кешебеҙ!
Кешелеккә ғүмер биргән
Беҙ – ӘСӘБЕҘ үҙебеҙ!
Оставить сообщение