18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей - интернатында ер йөҙөндәге иң гүзәл, иң бөйөк, иң илаһи заттар - ҡатын - ҡыҙҙар көнө айҡанлы

08:35 10.03.2025 16+
2168
Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей - интернатында ер йөҙөндәге иң гүзәл, иң бөйөк, иң илаһи заттар - ҡатын - ҡыҙҙар көнө айҡанлы
«Гүзәллек биләмәһе» исеме аҫтында оҫталыҡ дәрестәре үтте.
Проектҡа ярашлы, был дәрестәргә үҙ ҡулдары менән гүзәллек, нәфислек тыуҙырыусы әсәйҙәребеҙҙе, ҡунаҡтарҙы саҡырҙыҡ. Ҡалабыҙҙың ҡатын - ҡыҙҙары яратып йөрөгән «Фея» матурлыҡ саланы хужаһы Гөлдәр Альберт ҡыҙы һәм "Primavera" салоны оҫтаһы Йәзилә Рәжәп ҡыҙы сәстәрҙе нисек дөрөҫ тәрбиәләргә, сәс гигиенаһына өйрәтте.
"Гүзель" матурлыҡ салоны мастеры Гүзәл Ринат ҡыҙы бит тиреһен тәрбиәләү һәм матурыраҡты һаҡлау серҙәренә өйрәтһә,
Ләйсән Зөфәр ҡыҙы ыҫмала менән матур - матур биҙәүестәр теҙеп, ә Зәлиә Рәсих ҡыҙы байрам алдынан телеңде йоторлоҡ тәмлекәстәр әҙерләп күрһәтте.
Шулай уҡ технология уҡытыусыһы Зилә Зекрейә ҡыҙы туҡымаға һүрәт төшөрөү, башҡорт ҡатын - ҡыҙҙары биҙәүестәрен эшләү оҫталығы менән бүлеште.
Уҡыусы ҡыҙҙар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған оҫталар менән аралашып, һәләттәрен арттырҙылар. Байрам һәр кемдең күңеленә хуш килде. Әсәйҙәребеҙгә, ҡунаҡтарыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Оставить сообщение