"Аҡбуҙат" журналы менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы - Баймаҡта
08:52 25.03.2025 16+
"Аҡбуҙат" журналы менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы - Баймаҡта
Белеүебеҙсә, башҡорт телен балалар баҡсаһына индереү буйынса төбәктәрҙә осрашыуҙар башланды. Тап ошо маҡсаттарҙы үҙ алдына ҡуйып, "Аҡбуҙат" журналы менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хеҙмәткәрҙәре эш сәфәре менән Баймаҡ ҡалаһында булды.
Мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Баймаҡ ҡалаһының башҡорт теле уҡытыусылары, мәктәп директорҙары һәм балалар баҡсаһы мөдирҙәре йыйылды.
Журналист Лариса Абдуллина: "Башҡорт теле мөхитен балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә киң йәйелдереү йәһәтенән беҙ белгестәр ярҙамына, кәңәшкә мохтаж. Был эште һөҙөмтәле атҡарыр өсөн, беҙ иң тәүҙә нимәгә иғтибар итергә тейешбеҙ?", – тип сараның төп йүнәлешен билдәләне.
Баймаҡ ҡалаһы" Айыуҡай"балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәнеү нисек ойошторолоуы тураһында А. А. Исхакова сығыш яһаны, башҡорт телен уҡытыу методикаһы, методик әсбаптар хаҡында «Йондоҙло» балалар баҡсаһы өлкән тәрбиәсеһе З. С. Ишдәүләтова бәйән итте.