18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

2 апрель бөтә донъя аутизм тураһында мәғлүмәт таратыу көнө билдәләнә

12:28 01.04.2025 16+
1365
2 апрель бөтә донъя аутизм тураһында мәғлүмәт таратыу көнө билдәләнә.
Йылдағыса, "Йондоҙло" балалар баҡсаһының педагогтары балалар менән төрлө саралар ойошторҙо.
“Дим тураһында” йәнһүрәтен ҡаранылар. Был йәнһүрәт балаларҙы яҡшылыҡҡа әйҙәй, ысын дуҫлыҡҡа бер ниндәй диагноз да ҡамасауламаганын аңлата.
Белгестәр балалар менән “Бөтәбеҙгә бер ҡояш” тигән әңгәмә ҡорҙолар, балалар зәңгәр төҫлө йөрәк формаһында аппликация эшләнеләр. Зәңгәр төҫ - аутизмға ҡаршы көрәш символы.
Балалар баҡсаһы белгестәре ата –әсәләргә буклеттар таратты, һорауҙарға яуап бирҙеләр.
Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың мөмкинселектәре сикһеҙ булһын өсөн, "үҙенсәлекле балаларға" ярҙам ҡулы һуҙайыҡ!
Һөйөндөкова Р.Х
Фәйезова Г.Х
Оставить сообщение