#АйыуҡайБалаларБаҡсаһы
09:42 02.04.2025 16+
#АйыуҡайБалаларБаҡсаһы
#БураҡаеваУҡыуҙары
#УралБатырМәктәбе
2025 йылдың 27 мартында Иҫәнғол ауылының Мәрйәм Бураҡаева исемен йөрөткән Башҡорт гимназия-интернатында яҙыусы һәм педагог, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаеваға арналған «Бураҡаева уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Сара Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән йөҙҙән ашыу ҡунаҡты йыйҙы. Килеүселәр өсөн экскурсия, күргәҙмәләр һәм концерт өлөшөн үҙ эсенә алған бай программа әҙерләнгән.
Ғорурлыҡ менән хәбәр итәбеҙ, конференция сиктәрендә уткән ғилми эштәр конкурсында баҡсабыҙҙың мөдире Исхаҡова Айгөл Әхтәм ҡыҙы өсөнсө урын, уҡытыусы-логопед Баимова Гөлдәр Абдулла ҡыҙы икенсе урын алды. Шулай уҡ конкурста ҡатнашып яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткәне өсөн, өлкән тәрбиәсе Ноғоманова Г.М., музыка етәксеһе Усманова С.Р., уҡытыусы-логопед Иманғолова Л.М., тәрбиәселәр Ильясова Г.Ш., Дәүләтшина Г.И. Рәхмәт хаттары менән бүләкләнделәр. Был уларҙың хеҙмәте, һөнәргә тоғролоғо һәм башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн лайыҡлы наградаһы.