Байыш ауылы клубында ҙур ихтирамға лайыҡ ир-уҙаманы Ташбулат Дәүләтшиндың 70 йәшлек юбилейына бағышланған ижад кисәһе уҙҙы
09:19 04.04.2025 16+
Байыш ауылы клубында ҙур ихтирамға лайыҡ ир-уҙаманы Ташбулат Дәүләтшиндың 70 йәшлек юбилейына бағышланған ижад кисәһе уҙҙы. Арҙаҡлы яҡташыбыҙҙы ҡотларға Баймаҡтан мәҙәниәт бүлеге начальнигы Йыһаншина Гөлназ Халидар ҡыҙы, Буранбай сәсән исемендәге атҡаҙанған ҡурайсылар коллективы һәм уның етәксеһе Аслаев Илнур Ринат улы барҙы. Йылы мөхиттә, ихлас ҡотлау һүҙҙәре менән үрелеп барған сара барыһының да күңеленә хуш килде.
Ташбулат Мостафа улы оҫта ҡурайсы, йыраусы. БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1999 йылдан алып хаҡлы ялға тиклем Ғ.Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе филиалында балаларға ҡурайҙа уйнау серҙәрен өйрәтә. Ҡурайҙа уйнауҙың традицион стиленә эйә, өзләү ҡушып уйнау хас. Репертуарында оҙон көйҙөң инструменталь варианттары: “Азамат”, “Әрме”, “Буранбай”, “Ғайса ахун”, “Ильяс”, “Ҡаһым түрә”, “Ҡолой кантон”, “Сибай”, “Урал”, “Шәүрә”. 1989 йылда Германияла Халыҡ-ара фольклор фестивалендә, 2000 йылда Японияның Осака ҡалаһында "Вашшои" Бөтә донъя фольклор фестивалендә ҡатнаша. Бөтә Союз халыҡ ижады фестиваленә Мәскәүгә бара, халыҡ-ара фольклор сәнғәте радиояҙмалары конкурсы 1989 йылда Чехословакия ла Братислава ҡалаһында үтә, унда Ташбулат Дәүләтшин ике алтын миҙалға лайыҡ була. Йомабай Иҫәнбаев исемендәге ҡурайсылар конкурсы лауреаты, Б. Вәлид исемендәге премия лауреаты.
Халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралы – ҡурайҙы данлап ғүмер кисергән күренекле яҡташыбыҙ Ташбулат Мостафа улына ныҡлы сәләмәтлек, күңел көрлөгө, именлек теләп, күркәм, мәртәбәле юбилейы менән ихлас йөрәктән ҡотлайбыҙ!
#Баймакскийрайон #юбилейныевечера #кураисты #культура