#АйыуҡайБалаларБаҡсаһы
14:50 08.04.2025 16+
#АйыуҡайБалаларБаҡсаһы
#ПДД2025
#ВниманиеДети
#ГИБДД
#ЮИДБашкортостан
#БерҙәмЮлХәрәкәтеҠағиҙәләре #БашҡортостанРеспубликаһыныңФәнҺәмМәғәрифМинистырлығы #МинистерствоНаукиОбразованияРеспубликиБашкортостан
#ДетскийСадАйыукай
8.04.2025 БЕРҘӘМ ЮЛ ХӘРӘКӘТЕ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ көнө билдәләнә. Берҙәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге көнө сиктәрендә бөгөн "Айыуҡай" балалар баҡсаһында, физик культура етәксеһе Райманова Г.Р., өлкән тәрбиәсе Ноғоманова Г.М. менән берлектә «Юл ҡағиҙәләре иленә сәйәхәт!» тигән спорт сара үтте.
Мәктәпкә әҙерлек төркөмө һәм өлкәндәр, телмәр үҫтереү төркөмдәре менән юл хәүефһеҙлеге хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында әңгәмә үткәрҙек. Уйындар аша балалар менән юл билдәләрен иҫкә төшөрөп, нығытып ҡуйҙыҡ. Юлда килеп тыуған төрлө ситуацияларҙан дөрөҫ сығыу юлын ҡараныҡ. Файҙалы йәнһүрәт ҡарап, балалар менән:"Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен бер ваҡытта ла боҙмаҫҡа" - тип һүҙ бирешеп сараны тамамланыҡ.