18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

Милли кейем конкурсы иғлан ителә!

06:05 11.04.2025 16+
503
Милли кейем конкурсы иғлан ителә!
2025 йылдың 18 апрелендә Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы “Бәйләнештә” селтәрендә “Мин милли кейемдә” фотоконкурсы иғлан итә.
Уның шарттары:
1. Ҡоролтайҙың төркөмөнә (һылтанмаһы vk.com/kurultaybaimak?from=...) яҙылырға һәм төркөмдә милли кейемдәге фотоғыҙҙы “предложить новость” тигән төймәгә баҫып ебәрергә кәрәк.
2. Фотоһүрәттәр сифатлы, асыҡ һәм конкурстың исеменә тап килергә тейеш.
3. Һәр ҡатнашыусы бер фото тәҡдим итә ала.
4. Исем-фамилияғыҙҙы, йәшәгән урынығыҙҙы, бәйләнеш өсөн телефонығыҙҙы яҙырға кәрәк.
Фотолар 9 апрелдән 16 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәр өс категорияла:
- өлкәндәр (айырым һәм коллектив менән),
- балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм мәктәп уҡыусылары,
- ғаиләләр араһында билдәләнә.
Фотоһүрәттәрҙе ҡоролтай ағзалары һәм мәҙәниәт бүлеге белгестәренән төҙөлгән комиссия баһалай. 17 апрелдә конкурсҡа йомғаҡ яһала. Еңеүселәр 18 апрелдә – Милли кейем көнөндә бүләкләнә.
Оставить сообщение