18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

#АйыуҡайБалаларБаҡсаһы

07:37 13.04.2025 16+
1046
#АйыуҡайБалаларБаҡсаһы
#КосмонавтикаКөнө
#ДетскийСадАйыукай
12 апрель билдәләнгән Космонавтика көнө - балаларҙы, донъяла тәүгеләрҙән булып, яҡташыбыҙ Ю.А. Гагариндың йыһанды өйрәнеү тарихы менән таныштырыусы мөһим байрам. Был күркәм байрам әле лә балаларҙың күңеленә осҡон һалып ҙур һәм бәләкәй ҡаҙаныштарға илһамландыра, хыялландыра, дәртләндерә.
Йыл һайын балалар баҡсаһында Космонавтика көнөндә күңелле һәм тәрбиәүи саралар ойошторола. Төркөмдәрҙә тематик дәрестәр, вертуаль экскурсиялар үткәрелә.
Быйыл да балалар өсөн өлкән тәрбиәсе һәм физкультура етәксеһе тарафынан уйын нигеҙендә ойошторолған "Йыһан буйлап сәйәхәт" исемле спорт- белем биреү сараһы үтте. Балалар алыҫ йондоҙҙарға, планеталар буйлап мауыҡтырғыс мажараларға сыҡты. Унда физик һәләттәрен күрһәтеп кенә ҡалманылар, йыһан тураһында бик күп яңы һәм ҡыҙыҡлы нәмәләр белделәр, күңел астылар. Йәш космонавтарыбыҙ һынау үтеүҙән дәртләнделәр, "Луноход", "Йыһанды ҡыйҙан таҙартыу", "Сатурн ҡуласаһы" һ.б. эстафеталар ҙа ла ҡатнаштылар.
Балалар шулай уҡ ҡояш системаһы планеталары менән танышты. Иң ҙур планета Юпитер икәнлеге тураһында белделәр. Йыһандағы "еңеллек" хәле, ундағы барлыҡ есемдәр ҙә үҙ ауырлығын юғалтыуын төшөндөләр.
Бындай саралар балаларға берҙәм булырға, физик яҡтан үҫергә, ябай ғына яңы белем тупларға, әүҙем ял итергә булышлыҡ итә.
Оставить сообщение