#Милли_кейем_көнө
09:00 17.04.2025 16+
#Милли_кейем_көнө
#День_национального_костюма
#Аҡморон_ауыл_китапханаһы
Аһ, ниндәйен тылсым!
Сулпы сыңы – сың-сың,
Мөғжизәме? Ысын!
Шундай матур, ыҡсым!
Аһ, ниндәйен аһәң!
Хазина бит кейһәң
Ҡашмауҙары ҡупшы,
Йыялмайым һушты!
Аҫыл ғына таштар
Йырлайҙар моң ҡушып!
Аһ, ниндәйен күлдәк!
Зиннәтле лә ебәк.
Әберкәле итәк,
Асыл асыр биҙәк,
Йәме йәнгә, тимәк!
Аһ, ниндәйен елән!
Аҡбуҙатта еләм.
Яугирбикә булып
Күккә шоңҡар сөйәм,
Ян-уғымды теҙәм!
Аһ, ниндәй хәситә!
Һомайғоштай итә
Тағып алыуҙарың,
Һөйөп бағыуҙарың,
Ҡанат ҡағыуҙарың!
Аһ, ниндәйен һаҡал!
Быуаттарҙан аҡыл!
Ташы мәрүәт, аҡыҡ,
Түләп алаламаҫһың
Ат ҡына ла хаҡын!
Аһ, ниндәйен тамға,
Асылыма, ҡанға!
Быуат төпкөлөнән
Йән хәтерен һаҡлап,
Ҡомартҡылай ҡалған!
Аһ, ниндәйен йөҙөк,
Көмөш ҡуш беләҙек.
Балҡып тора йөҙөм,
Алдашмай ул көҙгөм,
Ҡәҙерҙәрем белеп!
Аһ, ниндәйен яулыҡ,
Нәзәкәтле зауыҡ!
Өләсәйҙән мираҫ
Фөлөр – ҡушъяулығым
Ябынайым яҙып.
Милли кейем аҫыл
Асылыңды асыр!
Күҙ тейеүҙәр, боҙом,
Яман күҙҙәр,сихыр
Алыҫтарға ҡасыр!
Айзилә Мортаева