18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

«Мөхәббәт иле» тип аталған концертта филармонияның танылған йырсылары, музыканттары, бейеүселәре өфөлөләрҙе ҡайнар хис – тойғолар тулы «мөхәббәт иленә» сәйәхәткә саҡыра

08:44 17.04.2025 16+
1393
«Мөхәббәт иле» тип аталған концертта филармонияның танылған йырсылары, музыканттары, бейеүселәре өфөлөләрҙе ҡайнар хис – тойғолар тулы «мөхәббәт иленә» сәйәхәткә саҡыра. Мөхәббәт – ул донъяны үҙгәртә торған илаһи көс. Мөхәббәт – ул кешелектең гәжәйеп бер мөғжизәһе, йәшәү сығанағы. Мөхәббәт — ул күп һәм төрлө яҡлы. Ҡатын – ҡыҙ һәм ир-ат араһындағы мөхәббәт, тыуған илгә, тормошҡа мөхәббәт, әсәнең ғәзиз балаларына мөхәббәте… Ошо күп яҡлы мөхәббәт тураһында йыр-моң аша бәйән итәсәктәр филармония артистары.

Концертта Нәзифә Ҡадырова, Ғәли Алтынбаев, Әлфиә Юлсурина, Хәлит Фәтихов, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Радик Вәлмөхәмәтов, Рушан Биктимеров, Артур Ғайсаров, Рөстәм Шаһыбалов, Салауат Мөхәмәтйәров, Илшат Фәтихов, Фәриҙә Ғаззалова, Зарина Ғуфранова, Рөстәм Ғандалипов, Татьяна Мутафи, Зилия Сафиуллина, Динар Губайдуллин, Загир Исянчурин, Анатолий Трофимов, Геннадий Липатов, Рустам Байрамгалин ҡатнаша.

Концерттың режиссеры – Редик Ғәниев

Проекттың арт-директоры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, эстраданың художество етәксеһе Илнур Хәйруллин.

«Мөхәббәт иле» концертында көтәбеҙ һеҙҙе, хөрмәтле тамашасылар! Ашығығыҙ, килегеҙ, бергәләп хистәр тулы мөхәббәт илендә осрашайыҡ, дуҫтар!
Оставить сообщение