18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

#МиллиМатбуғат

06:13 05.05.2025 16+
1290
#МиллиМатбуғат
#Аманат
#Подписка 2025
30 апрель көнө Ҡаратал төп дөйөм белем биреү мәктәбендә "Аманат" журналының баш мөхәррире Сәлмән Шәкирйән улы Ярмуллин ҡунаҡта булды. Уҡыусылар, уҡытыусылар коллективы “Аманат” журналын ихлас ҡаршы алды. Сәлмән Шәкирйән улы бай тарихы булған балалар журналы биттәренә байҡау яһап, балаларға төрлө һорауҙар бирҙе. Дөрөҫ яуап биргән уҡыусыларға бүләктәр тапшырҙы.
Баш мөхәррирҙең беҙҙең мәктәпкә килеүенең сәбәптәре лә бар. Журналдың “Йәш хәбәрсеһе” исеменә лайыҡ булыусы Аҡйондоҙ Күсәрбаеваға танытма , “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!” акцияһында ҡатнашыусы 5 класс уҡыусыларына “Аманат”тың Маҡтау билдәһе, ә синыф етәксеһе–ойоштороусыға Рәхмәт кәлимәһе, шиғыр конкурсында еңеүсе Тимур Мырҙабулатовҡа Маҡтау ҡағыҙы тапшырылды.
Осрашыу һуңында уҡыусылар журналға яҙылырға, уның ижади эшендә, төрлө конкурстарында әүҙем ҡатнашырға, редакция менән хеҙмәттәшлек итергә тигән теләк белдерҙе.
Оставить сообщение