18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

Районыбыҙҙың иң матур урынында урынлашҡан Күсей ауылында " Бейеүсе ауыл" исемле бик матур бейеү байрамы үтте

22:12 05.05.2025 16+
651
Районыбыҙҙың иң матур урынында урынлашҡан Күсей ауылында " Бейеүсе ауыл" исемле бик матур бейеү байрамы үтте.Легендар бейеү ҡуйыусы Йәүҙәт Бикберҙин иҫтәлегенә арналды. Сараны клуб мөдире Сәриә Рәшит ҡыҙы бик юғары кимәлдә ойошторҙо.Бәләкәй ауылдың ҡырҡтан ашыу бейеүселәре сәхнәне дер һелкеттеләр. "Тәңкәләр", "Сулпылар", "Умырзаялар", "Миләштәр", "Йәнгүҙәйҙәр" исемле бейеү түңәрәктәрендә шөғөлләнеүселәр ҡуйған тамаша һәр беребеҙҙә йылы тойғо ҡалдырҙы. Һәр бейеүҙе рәхәтләнеп ҡараныҡ.Клуб мөдире Сәриә Рәшит ҡыҙының шәп ойоштороусы икәненә тағы бер инандым. Һәр бейеүсенең кейемдәре бик матур, күптәрен үҙ ҡулдары менән тегеп тә, эшләп тә алғандар Күсей оҫтабикәләре. Шәп, дәртлеһегеҙ! Күсейҙең бейеүсе ауыл икәнен тағы берҙе иҫбат иттегеҙ .
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, уҡыуығыҙҙа, эшегеҙ ҙә уңыштар теләйем!
Тағы ла матур тамашалар көтөп ҡалабыҙ.
Оставить сообщение