18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

Ватанды һаҡлаусылар - геройҙар ваҡыты

10:00 22.05.2025 16+
1565
Ватанды һаҡлаусылар - геройҙар ваҡыты
Был көндө халыҡ ижады үҙәге патриотик рух менән һуғарылған йыр һәм бейеүҙәрҙән яңғырап торҙо. Илен, , тыуған ерен, халҡын һаҡлап яуға күтәрелгән яугирҙәргә дан йырланды. Өс ай элек ауыл биләмәләре араһында иғлан ителгән “Ватанды һаҡлаусылар - геройҙар ваҡыты” фотоальбомына йомғаҡ яһалды. Ул район хакимиәте, “Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарған ярҙам күрһәтеү үҙәге” коммерция булмаған ойошма тарафынан ойошторолдо.
Ысынлап та, махсус хәрби операция башланыу менән ҡурҡыу белмәҫ ир-егеттәр ил һағына баҫты. Бөгөн улар үҙ бурысын намыҫ менән үтәй. Күп яҡташ яугирҙәр ҡаһарманлыҡтары өсөн юғары дәүләт наградаһына лайыҡ булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, араларында батырҙарса һәләк булғандар ҙа бар. Ҡыйыу аҙым яһаған бер генә яугирҙе лә оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Шул уҡ ваҡытта тылда “Бөтәһе лә фронт өсөн!” дивизы аҫтында ирекмәндәр тығыҙ сафҡа баҫты. Ысынлап та, бөгөн урында “Бөтәһе лә фронт өсөн!” дивизы аҫтында ҙур эштәр башҡарыла. Маскировкалау селтәре үрелә, окоп шәмдәре ҡойола, йылы ойоҡбаштар бәйләнә, ҡотҡарыусы беләҙектәр үрелә, яугирҙәргә йылы толстовкалар, жилеттар, шапкалар тегелә, тәмле күстәнәстәр туплана... Уларҙың барыһы ла махсус хәрби операция биләмәһенә даими рәүештә оҙатыла. Шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан егеттәрҙең ҡулдарына ла тапшырыла. Бөгөн яугирҙәрҙең һәм ирекмәндәрҙең теләге бер – илебеҙҙе нацистар яуынан ҡотҡарыу һәм тыныслыҡ яулау. Бөгөнгө көн иртәгә тарихта ҡала. Шуны күҙ уңында тотоп, ауыл биләмәләре араһында иғлан ителгән “Ватанды һаҡлаусылар - геройҙар ваҡыты” фотоконкурсы иғлан ителде лә инде. Һәм ул үҙ маҡсатына иреште. Фотоальбомдың беренсе өлөшөндә яугирҙәр тураһында мәғлүмәт тупланған. Бөгөн ҡулдарына ҡорал алып, нацистарға ҡаршы көрәшкә күтәрлегән батыр егеттәребеҙҙең тормош юлы, ҡаһарманлыҡтары хаҡында мәғлүмәт бирелә. Икенсеһендә - ирекмәндәрҙең эше сағылдырыла.
Бөгөн Еңеү яулаған ҡартатайҙарҙың батыр аҙымын яугирҙәр фронтта ҡабатлаһа, ирекмәндәр тылда хеҙмәт иткән өләсәйҙәрҙең юлын дауам итә. Фотоальбомдарҙа тап шундай бай мәғлүмәттәр тупланған. Презентация ваҡытында ауыл биләмәләре ошо тәңгәлдә башҡарған эштәре тураһында һөйләне. Слайд эшләп, экранда ла яҡтыртты. Һуңынан патриотик рух менән һуғарылған концерт номерҙары менән сығыш яһаны.
Ауыл биләмәләренең эшен район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Йыһаншина, үҙәкләштерелгән район китапханаһы мөдире Гөлназ Сабирова, халыҡ ижады үҙәгенең “Ҡомартҡы” халыҡ ансамбле етәксеһе Сөмбөл Юлбахтина, “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының Баймаҡ бүлексәһенең әүҙем ағзалары Руслан Сабитов, Шамил Айытовтар баһаланы. Улар бер һүҙҙән Мерәҫ ауыл биләмәһенә беренсе урынды бирҙе. Әбделкәрим ауыл биләмәһе – икенсе, Ишмырҙа һәм Урғаза ауыл биләмәләре өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Илгә ауыр саҡта ил терәге булырҙай, көслө рухлы райондаштарыбыҙҙың күплегенә хайран ҡалырлыҡ. Фронт һәм тыл берләшеп, Еңеүгә табан тағы бер аҙым яһаны.

Фотолар: https://cnt-baimak.ru/news/vatandy-a-lausylar-geroj-ar-va-yty/
Оставить сообщение