Күмертау ҡалаһында булып үткән «Исҡужин уҡыуҙары» республика фәнни-ғәмәли конференцияһында беҙҙең «Күбәләк» балалар баҡсаһынан бәләкәс тәрбиәләнеүселәребеҙ шиғыр ятлау
21:09 23.05.2025 16+
Күмертау ҡалаһында булып үткән «Исҡужин уҡыуҙары» республика фәнни-ғәмәли конференцияһында беҙҙең «Күбәләк» балалар баҡсаһынан бәләкәс тәрбиәләнеүселәребеҙ шиғыр ятлау буйынса конкурста ҡатнаштылар. Икенсе кескәйҙәр төркөмөнән: Иҫәндәүләтова Диана һәм Йәнсурина Мәҙинә (етәксеһе: Сәлимова Венера Сәғит ҡыҙы), өлкәндәр төркөмөнән: Иҫәндәүләтов Данил (етәксеһе: Йәнбирҙина Миңзиә Мәхмүтйән ҡыҙы), мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөнән: Хисмәтуллин Данис, Хәмитова Алтынай (етәксеһе: Ғәлина Әлиә Заһир ҡыҙы) беренсе һайлап алыу этабынан үтеп, икенсе этапта Еңеүҙең 80 йыллығына арналған темаға шиғыр һөйләп, 2-се урын яуланылар. Афарин, балалар!