Баймаҡ биләмә ара-үҙәк китапханаһы Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың тыуыуына 95 йыл тулыуға ҡарата һәм шағирҙың ижадын киңерәк пропагандалау, тәрәнерәк
06:07 31.05.2025 16+
Баймаҡ биләмә ара-үҙәк китапханаһы Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың тыуыуына 95 йыл тулыуға ҡарата һәм шағирҙың ижадын киңерәк пропагандалау, тәрәнерәк өйрәнеү, йәш быуында арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың тормош юлына, ижади эшмәкәрлегенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм исемен мәңгеләштереү маҡсатында "Уралымда ҡалыр моңдарым" төбәк-ара шиғыр һөйләүселәр интернет-бәйгеһе иғлан итә.
Бәйге шарттары:
1. Абдулхаҡ Игебаевтың бер шиғыры йәиһә поэмаһынан өҙөктө яттан, тасуири һөйләп видеокамераға төшөрөргә.
Видеояҙмалар 29 майҙан 29 июнгә тиклем ҡабул ителә.
Район бәйгеһендә ҡатнашыусыларҙың сығышы өс төркөмгә бүлеп баһалана:
1-се төркөм: 5-8 класс уҡыусылары,
2- се төркөм: 9-11 класс уҡыусылары,
3-сө төркөм: өлкәндәр,
4-се төркөм: коллектив сығыш яһаусылар.
Еңеүселәр 2 июлдә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында үтәсәк кисәлә маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән тәбрикләнәсәк.
Ойоштороу комитеты