#АйыуҡайБалаларБаҡсаһы
14:10 04.06.2025 16+
#АйыуҡайБалаларБаҡсаһы
#УралБатырПроекты
#РеспубликаСеминары28_05_2025
#УралБатырВариҫтарыЙыйыны
Урал батыр вариҫтары йыйын йыйҙы...
"Айыуҡай" балалар баҡсаһы 1980 йылда асыла. Туған телде үҫтереү маҡсатында 1999 йылда башҡорт балалар баҡсаһына әйләндерелә. Тәрбиә һәм белем биреү эштәре саф башҡорт телендә алып барыла. Баҡсала туған тел аша рухлы, юғары әхлаҡлы, әҙәпле балалар тәрбиәләү, уларҙың телмәрен үҫтереү төп бурыс итеп ҡуйыла.
Бөтә донъя таң ҡалырлыҡ, аҡыл-фәһем алырлыҡ “Урал батыр” эпосы тыуған ерҙе, яҡшылыҡты данлаусы әҫәр булараҡ билдәле. Ул-халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы, әҙәби мираҫы. Йөкмәткеһенә әллә күпме фәлсәфә һалынған бөйөк эпосыбыҙ “Урал батыр”-беҙҙең ғорурлығыбыҙ! Башҡортостостандың ете мөғжизәһенә ингән мәшһүр эпос “Айыуҡай” балалар баҡсаһының тәрбиәүи эшенең төп нигеҙе булып тора. Сөнки 2020 йылдан алып “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге менән берлектә “Урал батыр мәктәбе” проекты буйынса эксперименталь майҙансыҡта эш башланды һәм 5 йыл дауамында әле лә һөҙөмтәле эшләүен дауам итә.
2025 йылдың 28 майында Баймаҡ ҡалаһының “Айыуҡай” балалар баҡсаһында “Урал батыр мәктәбе” проекты буйынса “Урал батыр вариҫтары йыйыны” республика семинары үтте. Халҡыбыҙҙың бай ҡомартҡыһын үҙләштереү, киләсәк быуындарға еткереү, “Урал батыр” эпосы башҡортмон тигән һәр кемдең күңел түрендә йөрөргә, халҡы өсөн үлемһеҙ эштәргә саҡырып торорға тейеш, тигән маҡсат менән, Өфө, Сибай, Йылайыр, Күмертау, Әбйәлил, Мәләүез, Белорет, Хәйбулла, Баймаҡ ҡалаһы һәм райондары балалар баҡсаларының етәкселәрен һәм тәрбиәселәрен бергә тупланы.
Урал батыр вариҫтары йыйынында ҡатнашыусыларҙы “Айыуҡай” балалар баҡсаһында эшләп килгән “Урал батыр” студияһының малайҙары йыр менән ҡаршы алды. Балалар баҡсаһы мөдире Айгөл Әхтәм ҡыҙы сәләмләгәндән һуң, ҡунаҡтар майҙансыҡтарҙа проект сиктәрендә эшләп килгән ойошмаларҙың эштәре менән танышты. Иң беренсе “Өләсәйҙәр мәктәбе”нең өләсәйҙәре башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эштәре, кейеҙ баҫыу, ҡорама ҡорау, селтәр-түшелдеректәр эшләү, балаҫ һуғыу, ҡул тирмәне менән талҡан тартыу менән таныштырҙы, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Бай күргәҙмәлә һәр кем, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың оҫталығына, өләсәйҙәрҙең зауыҡлылығына, кәсептәрҙе һаҡлап йәш быуынға тапшырыуына һоҡланды.
Артабан ҡунаҡтарҙы “Атайҙар һәм ҡартатайҙар ҡоро” үҙ майҙансығында йәш шайморатовсылар һәм кадетсыларҙың дәртле сығыштары менән ҡаршы алды. “Айыуҡай” балалар баҡсаһының төп терәге һәм һәр эштә ярҙамсылары булған атайҙары һәм ҡартатайҙары ла проект сиктәрендә бик күп эштәр башҡара. Беҙҙең балалар баҡсаһында тәрбиәләнгән балаларҙың атайҙары менән әле лә тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Шундай атайҙарҙың береһе Ильнур Килдебаев йыйында үҙенең тирмәләрен ҡороп бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтте. Наил Шәйәхмәтов үҙ ҡулдары менән бесеп, тегеп, башҡорт биҙәктәре һалып күндән эшләнгән әйберҙәрҙән бай күргәҙмә алып килгән ине. Бында һәр кем үҙе теләгән әйберҙәрҙе шулай уҡ һатып та ала алды. Баҡсабыҙҙың әүҙем ҡартатайы Илшат Нүрәхмәт улы Хәмитов йыйында малайҙар өсөн милли спорт уйындарының төрҙәрен тәҡдим итте.
Баҡсабыҙҙа 2020 йылдан алып рухлы егеттәр тәрбиәләү өсөн – «Урал батыр», ҡыҙҙарыбыҙ өсөн – «Һомай» фольклор студиялары эшләй. Балалар башҡорт халыҡ уйындары “Йәшерәм яулыҡ”, “Ҡурайсы”, “Һәүәнәй әбей”, шулай уҡ башҡорт милли бейеүҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре, күрһәтте. Килгән ҡунаҡтар ҙа бәләкәстәргә ҡушылып бейеп, күңел асты.
«Урал батыр» проекты сиктәрендә эшләп килгән «Әсәйҙәр клубы» ла йыйында әүҙем ҡатнашты. Беҙҙең тәрбиәләнеүселәрҙең иң әүҙем әсәйҙәре байрам сараһының йәме булып торҙо. Рәмзиә Рамаҙан ҡыҙы ҡунаҡтарға үҙенең аш-һыу әҙерләү оҫталығын, ҡул эштәре күргәҙмәһен тәҡдим итһә, Гүзәл Ғәлимнур ҡыҙы хәситә эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте, хәситә эшләү өсөн өлгөләр таратты. Гүзәл Вара ҡыҙы ҡунаҡтарҙы тәрбиә бишектән башлана, тип бишек йырын йырлап ҡаршы алды. Әсәйҙәр менән аралашыу ҡунаҡтартарҙың күңеленә хуш килде.
Йыйыйндың төп өлөшөн башлап, «Йыйын була, йыйын була! Урал батыр вариҫтары йыйын йыя!»-тигән оран һалып, малайҙар йыйылған ҡунаҡтарҙы сәхнә янына саҡырҙы. Йыйында ҡатнашыусыларҙы мәңгелеккә йәшәү юлын ҡыуыусы Аҡһаҡал ҡарт тарих төпкөлөнә әйҙәне. Күктән осоп килеп төшкән Һомайҙай ҡыҙҙарыбыҙ йыйынды бейеү менән йәмләп ебәрҙе. 2023 йылда Бөрйән районында үткән 25-се регион-ара «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында 3 урын яулаусы, «Айыуҡай» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Әминова Әдилә эпостың һүҙҙәре менән байрамды башланы. Артабан педагогтарыбыҙ һәм баҡсабыҙҙы үткән йылда тамамлаған, өс йыл рәттән регион-ара бәйгеһендә бөйөк эпосыбыҙҙы яттан һөйләп, үҙҙәрен бөтә республикаға танытҡан игеҙәк малайҙарыбыҙ Байрас һәм Баязит Буранбаевтар тарафынан эпостан өҙөк сәхнәләштерелде.
Йыйында ҡатнашыусыларҙы Баймаҡ районы хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Нәҙерғолов Рәмил Фәнил улы, мәғариф бүлеге етәксеһе Сиражетдинов Ишбулды Зәйнулла улы, Баймаҡ районы башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитетының рәйесе урынбаҫары Нигматуллина Лиза Урал ҡыҙы сәләмләп, уңышлы эш көнө теләне.
“Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе, “Урал батыр мәктәбе” проекты эшен тормошҡа ашырыусы Күзбәкова Рәйсә Абдрахман ҡыҙы: “Бөгөнгө сарабыҙҙың төп маҡсаты – халҡыбыҙҙың бай рухи ҡомартҡыһын үҙләштереү, киләсәк быуындарға еткереү, рухи ҡиммәттәр төҫһөҙләнә барған заманда үҫеп килгән йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһын ҡулланыу отошло икәнен һәм был йәһәттән үҙендә милли фәлсәфә туплаған мәшһүр “Урал батыр” эпосы ярҙамға киләсәге тураһында әйтеп үтте. Осрашыу барышында тәжрибә уртаҡлашып, киләсәккә яңы пландар ҡороп, йылы тәьҫораттар менән таралышырбыҙ тип ышанам”-тип сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе.
“Айыуҡай” балалар баҡсаһы етәксеһе Исхакова Айгөл Әхтәм ҡыҙы үҙенең сығышында: Проект сиктәрендә балалар баҡсаһында, район һәм республика кимәлендә бик күп эштәр башҡарылды, тәжрибә тупланды.
“Урал батыр вариҫтары йыйыны “ һеҙҙең күңелдәрҙә мәңге онотолмаҫ байрам булып һаҡланһын! Берҙәмлек, дуҫлыҡ, татыулыҡ, изгелек һәм еңеүҙәр алып килһен, күтәренке кәйеф, һүнмәҫ дәрт, рух өҫтәһен!» -тип белдерҙе.
Артабан, малайҙар араһында үткәрелгән “Урал батыр” район бәйгеһе еңеүсеһе –Данис Рахмангулов ҡунаҡтарҙы бейеүе менән һоҡландырһа,
ҡыҙҙар араһында үткәрелгән “Һомай” район бәйгеһе еңеүсеһе Әлиә Айытбаеваның сығышы һәм ҡыҙҙарҙың “Ҡурай” бейеүе сараны йәмләне.
“Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр район бәйгеһенең сәхнәләштереү номинацияһының лауреаттары- Мөхәмәт Якупов, Хәлит Биишев, Нурзилә Байгужина һәм Салауат Яналин эпостан өҙөк сәхнәләштерҙе.
Йыйында Ә. Алдырханова һүҙҙәренә, Р.Туйсин көйөнә яҙылған «Урал батыр» йырын күмәкләп башҡарығандан һуң, мәңге йәшәр юлын ҡыуыусы Аҡһаҡал ҡарт “Урал батыр эҙенән” исемле квест уйынға саҡырып, сараны дауам итте. Квест-уйын бер юлы балалар баҡсаһы менән танышырыу һәм тәжрибә бүлешеү маҡсатында экскурсия формаһында үткәрелде. Командалар маршрут карта буйынса барып эпос геройҙары менән осрашырға һәм төрлө һынауҙар аша үтеп Йәншишмәгә етергә тейеш булды. Һәр команда баҡсаға килеп инеүҙән башлап, артабан төркөмдәргә үтеп,Зәрҡүм, Һомай, Йөҙйәшәр әбей, Самрау батша, Ҡатил батша ҡыҙы менән осрашып, эпоска бәйле һорауҙарға яуап бирҙеләр, кроссвордтар систеләр, пазлдар йыйҙылар Аҡбуҙатты “ҡороҡланылар”. Бирелгән эштәрҙе үтәп бөткәс, эпостағы Урал батырҙың:
“Яҡшылыҡ булһын атығыҙ.
Кеше булһын затығыҙ.
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ!, һүҙҙәрен командадар бергәләп девиз итеп яңғыратты.
Төшкө аштан һүң семинарҙа ҡатнашыусылар тәжрибә уртаҡлашыу, фекер алышыу маҡсатында пленар ултырышҡа йыйылды. Баҡсабыҙҙың мөдире Исхакова Айгөл Әхтәм ҡыҙы балалар баҡсаһының тарихы, проектҡа ҡушылыу башланғысы тураһында сығышынан һуң, өлкән тәрбиәсе Ноғоманова Гөлсиә Мәүлетҡол ҡыҙы «Урал батыр мәктәбе» сиктәрендә эшләнгән биш йыллыҡ тәжрибә менән уртаҡлашты.
Проект эшен етәкләүсе «Аҡ тирмә» милли мәзәни үҙәге етәксеһе Күзбәкова Рәйсә Абдрахман ҡыҙы «Айыуҡай» балалар баҡсаһының эшен юғары баһалап, Мәрйәм Бураҡаеваның «Урал батыр мәктәбе» проектының үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә ни тиклем әһәмиәтле булыуы, ғөмүмән, Мәрйәм апайҙың бөтә проекттары ла уңышлы һәм киң таралған булыуы тураһында белдерҙе. Семинарҙа ҡатнашыусы педагогтарҙы проектҡа ҡушылырға сыҡырып, төп ҡулланма итеп М.Буҡаеваның «Кеше булһын затығыҙ..», «Халҡым һеҙгә шуны әйтәм...» китаптарын тәҡдим итте.
«Аҡ тирмә» милли мәзәни үҙәге рәйесе урынбаҫары Ғилметдинова Мәрүә Мирсәйет ҡыҙы халҡыбыҙҙың теле, мәҙәниәте, рухы өсөн янған, йыйында була алмаһа ла, был көндә уйы менән беҙҙең менән бергә булған, эшебеҙ менән ҡыҙыҡһынып, аҡыллы кәңәштәрен биргән ағинәйебеҙ Мәрйәм Сабирйән ҡыҙының сәләмдәрен еткереп, аҡыллы, туған телен, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен белгән, рухлы балалар үҫтереүебеҙҙе теләне. Шулай уҡ Мәрүә Мирсәйет ҡыҙы балаларҙы башҡорт халыҡ педагогикаһы нигеҙендә тәрбиәләүҙә «Йәйләү» лагерының әһәмиәте тураһында һөйләне һәм йәйге лагерҙы ойоштороу өсөн методик әсбаптар менән бүлеште.
Артабан баҡсабыҙҙың педагогтары эшләнгән эш тәжрибәһенән сығып, оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим ителде. Музыка етәксебеҙ Усманова Сәлимә Рафиҡ ҡыҙы «Урал батыр» һәм «Һомай» студияларының эше менән таныштырһа, педагог-психолог Байымова Гөлдәр Абдулла ҡыҙы «Урал батыр проекты»н тормошҡа ашырыу сиктәрендә ҡулланылған дидактик уйындар эшләү серҙәре менән бүлеште. Үҙенең игеҙәк малайҙарын да, тәрбиәләнеүселәрен дә «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү конкурсына уңышлы әҙерләп килгән тәрбиәсебеҙ Буранбаева Әминә Рафиҡ ҡыҙының «Урал батыр эпосын дөрөҫ һөйләү алымдары» темаһына үткәргән оҫталыҡ дәресе эш башлаусы педагогтарға ҙур ярҙам булды.
Өфөнән килгән ҡунағыбыҙ “Йыл тәрбиәсеһе-2024” республика конкурсы, Ҡазан ҡалаһында үткән “Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе Ишдәүләтова Әлиә Ризаевна «УРАЛ» интерактив ҡулланмаһы саралары аша мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы башҡорт телмәрен үҫтереү» темаһына оҫталыҡ дәресе тәҡдим итте.
Шулай уҡ семинарҙа проект эшен башлаусыларыбыҙ , Байегетова Рәзинә Мөнир ҡыҙы һәм Әлбәкова Гөлсөм Шаһыбал ҡыҙы ҡатнашып, эште ойоштороу тураһында кәңәштәре менән бүлеште.
Йыйында ҡатнашыусылар “Халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһы булған “Урал батыр” эпосын ныҡлы өйрәнеп, халҡыбыҙҙың йолаларын хөрмәт итеп, онотмай, киләсәк быуынға аманат итеп тапшырайыҡ, балалар баҡсаһынан уҡ балаларыбыҙҙы рухлы, илһөйәр, телһөйәр итеп үҫтерәйек” тигән теләк менән таралышты.