18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

Бар тәбиғәт йәшеллеккә сорнала башлаған, күңелдәрҙе яҙғы сафлыҡ һәм өмөт менән тултырған апрель айының аҙағы Байтуриндар ғаиләһе өсөн айырыуса ҡыуаныслы һәм иҫтәлекле

17:53 28.04.2026 16+
789
Бар тәбиғәт йәшеллеккә сорнала башлаған, күңелдәрҙе яҙғы сафлыҡ һәм өмөт менән тултырған апрель айының аҙағы Байтуриндар ғаиләһе өсөн айырыуса ҡыуаныслы һәм иҫтәлекле ваҡиға менән билдәләнә.
Бөгөн хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ, 15 йылдан ашыу етем һәм ата-әсә ҡурсауынан ҡалған балаларҙы яҡлау өлкәһендә лайыҡлы хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сығыусы хеҙмәт ветераны, алсаҡ йөҙлө коллегабыҙ - Байтурина Клара Батыр ҡыҙы күркәм юбилейын билдәләй.

Клара Батыр ҡыҙы абруйлы шәхес, туғандары өсөн яҡын кәңәшсе, терәк-таяныс, ғаиләһендә һөйөклө ҡатын, балалары өсөн өҙөлөп тороусы, хәстәрлекле әсәй, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн яратҡан өләсәй.
Клара Батыр ҡыҙы тормош юлдашы менән, улы, ҡыҙы һәм кейәүе, ейән-ейәнсәрҙәренең шатлыҡ-ҡыуаныстарына һөйөнөп, уларҙың иғтибар-хәстәрен тойоп, һәр атҡан таңға ҡыуанып ғүмер итә.
Ҡәҙерле Клара Батыр ҡыҙы, һеҙҙе матур юбилейығыҙ менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Алдағы көндәрҙә лә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, балалар ҡыуанысы , бәрәкәтле һәм мул тормош, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.
Оставить сообщение