Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

#Әсәкөнө

21:33 24.11.2023


Әсәй! Ер йѳҙѳндәге иң гүзәл, иң ғәзиз һүҙ - әсәй! Шул һүҙ менән баланың теле асыла һәм ул бѳтә телдәрҙә лә берҙәй яғымлы яңғырай. Һәр кемдең дә иң яҡын кешеһе - әсәй. Әсәнең йомшаҡ ҡулдарын, мѳләйем ҡарашын, яғымлы һүҙҙәрен бер нимә менән дә сағыштырып булмайҙыр. Әсә йѳрәге - иң һиҙгере, тиҙәр. Унда балаға булған мѳхәббәт хисе бер ҡасан да һүнмәй.

Ишмырҙа ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбендә "Әсәйҙәр-тормош биҙәге" исемле байрам сараһы үтте. Уҡыусылар, иң ҡәҙерле кешеләре: әсәйҙәр, өләсәйҙәр,ҡартәсәйҙәр тураһында инша яҙҙылар, видео ҡотлау әҙерләнеләр, уларға арнап һөйөү тулы шиғырҙарын ятланылар, йырҙар йырланылар, дәртле бейеүҙәрен бүләк иттеләр һәм һәр төрлө музыка ҡоралдарында ла уйнап күрһәттеләр, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәрен еткерҙеләр.

Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ

Урын алһын йөрәк түрендә.

Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр

Юлдаш булһын һеҙгә ғүмергә.

4594
Рекламный баннер 728x90px center-bottom