Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

Рәсәйҙә ноябрь айының һуңғы йәкшәмбеһендә иң матур байрамдарҙың береһе Әсәйҙәр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан бөгөн район үҙәк библиотекаһы базаһында Донъя йәме ҡатын-ҡыҙ исемле түңәрәк өҫтәл үтте.

17:58 28.11.2023
Рәсәйҙә ноябрь айының һуңғы йәкшәмбеһендә иң матур байрамдарҙың береһе – Әсәйҙәр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан бөгөн район үҙәк библиотекаһы базаһында «Донъя йәме ҡатын-ҡыҙ» исемле түңәрәк өҫтәл үтте.

Сарала Баймаҡ районы хакимиәтенең социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар эше буйынса беренсе урынбаҫары Надыргулов Фәнил Рәмил улы, ҡурсалау һәм хәстәрләү бүлеге етәксеһе Ахмерова Роза Кинйәбулат ҡыҙы, Баймаҡ районыны ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Байдәүләтова Гөлшат Рим ҡыҙы, психологик үҙәк етәксеһе Мукаева Эльвира Ирек ҡыҙы, Өмөт клубы етәксеһе Ғүмәрова Фәниә Йәғәфәр ҡыҙы, хәстәрләү һәм ҡурсалау бүлҽгҽ бҽлгҽстәрҽ, Өмөт клубы ағзалары, тәрбиәгә бала алыусы гүзәл заттар һәм ауыр хәлгә тарығыусы ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашты.

Йәмғиәттә әсә статусын һәм бәҫен күтәреү, айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропогандалау, ауыр хәлгә ҡалыусы ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеү юлдалар билдәләү - түңәрәк өҫтәлдең маҡсаты итҽп ҡуйылды.

4614
Рекламный баннер 728x90px center-bottom