Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

Бөгөн, 5 февраль, Мәғарифты үҫтереү институтында «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика...

13:40 05.02.2026
Бөгөн, 5 февраль, Мәғарифты үҫтереү институтында «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика...
Бөгөн, 5 февраль, Мәғарифты үҫтереү институтында «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика конкурсының киләһе һынауы дауам итте. Конкурсанттар “Ата-әсәләр менән мәғрифәтселек сараһы”нда осрашты.

Баймаҡ ҡалаһы «Толпар» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Альбина Әбүдәр ҡыҙы ата-әсәләр алдында тәҡдим ителгән темаларға әңгәмә ҡорҙо, баланы тәрбиәләү, тел мәсьәләләре буйынса үҙҙәренең педагогик тәжрибәләре менән уртаҡлашты.

Жюри ағзалары конкурсанттың әңгәмәне педагогик маҡсатлы итеп ҡороуы, әңгәмәгә дөрөҫ йүнәлеш биреүе, ата-әсәләр алдында үҙ позицияһын, профессиональ ҡарашын белдерә алыуын, практик тәжрибәне ҡуллана белеүен баһаланды.

Оло бәйгегә йөрьәт итеп сыҡҡан тәрбиәсебеҙгә артабан да уңыштар теләп ҡалабыҙ.
1573
Рекламный баннер 728x90px center-bottom