Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

БЫЙМАЛА ХОККЕЙ

06:55 09.02.2026
БЫЙМАЛА ХОККЕЙ
БЫЙМАЛА ХОККЕЙ

Иҫке Сибай урта мәктәбенең Атайҙар ҡоро тарафынан ойошторолған «Быймала хоккей» ҡыҙыу барҙы. Быймала боҙ өҫтөндә йүгереү - тамашасы өсөн генә күңелле күренеш, ә бына спортсылар өсөн ҡатмарлы мәсьәлә. Ялтырап ятҡан боҙ өҫтөндә, ҡаршы яҡтың ҡапҡаһына шайба индерергә кәрәк.

Быйыл боҙ майҙансығында дүрт команда ярышты: «Атайсал» (өлкән йәштәге ағайҙар), «Ауыл йәштәре», «Алға» (уҡыусылар) һәм «Айыуҙар» (уҡыусылар). Күңелле көйҙәр аҫтында уйын бик дәртле һәм сәмле барҙы. Көйәрмәндәр ярышта ҡатнашыусыларҙы хуплап дәртләндереп торҙо.

Атайҙар ҡоро рәйесе Сибай Сәмиғулла улы уйынға йомғаҡ яһап: «Хоккей көсөргәнешле барҙы, бөтә командалар яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Ҡатнашыусылар ҙа, тамашасылар ҙа спорт ярышы менән ҡәнәғәт ҡалды. Киләсәктә бының ишле сараларҙы йышыраҡ уҙғарырға ниәтләйбеҙ», - тине. Шулай уҡ, уйындың төп судьяһы Наил Рәфҡәт улына оло рәхмәттәрен еткерҙе. «Быймала хоккей» уйынында еңеүселәр һәм призерҙар грамоталар, миҙалдар менән бүләкләнде.

Һөҙөмтәләр: 1 урын- «Атайсал», 2 урын- «Ауыл йәштәре», 3 урын- «Алға», 4 урын- «Айыуҙар».

Иң яҡшы һөжүмсе – Хаитов Алишер
Иң яҡшы һаҡсы- Хәлимов Салауат
Иң яҡшы ҡапҡасы- Биҡҡолов Арслан
Иң өлкән уйынсы- Әбделхәликов Мирза
Иң йәш уйынсы- Мәхмүтов Фидан
Уйынды ойошторған, спонсор булған Атайҙар ҡорона рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ.

#МОБУСОШсСтарыйСибай
#Cоветотцов
#ВоенноПатриотическоеВоспитание
#ДеньЗащитникаОтечества
#МусаМуртазин
#Патриотизм
1978
Рекламный баннер 728x90px center-bottom