Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

24 март Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатында район хакимиәте, республика Мәғариф министрлығы, Бөтә Донъя...

09:43 26.03.2026
24 март Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатында район хакимиәте, республика Мәғариф министрлығы, Бөтә Донъя...
24 март Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатында район хакимиәте, республика Мәғариф министрлығы, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы, «Аҡ тирмә» милли мәҙәниәт үҙәге башланғысында «Бураҡаева уҡыуҙары» төбәк-ара фәнни - ғәмәли конференция уҙҙы. Сарала республикабыҙҙың төрлө район, ҡалаларынан килгән тәрбиәселәр, уҡытыусылар һәм педагогтар ҡатнашты. Ҡунаҡтарҙы Иҫәнғол ауылы Башҡорт гимназия - интернатының уҡыусылары һәм уҡытыусылары бик бай йөкмәткеле концерт программаһы менән ҡыуандырҙы. Конференцияла районыбыҙҙан мәғариф бүлегенән, Баймаҡ ҡалаһының «Айыуҡай», «Толпар», «Күбәләк» балалар баҡсаһынан, Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей –интернатынан педагогтар ҡатнашты һәм секция ултырыштарында эш тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар.
Конференцияның беренсе этабы шарттары буйынса ойошторолған «Урал батыр» ҡобайыры – халҡыбыҙҙың рухи мираҫы» китаптары буйынса викторинала 3-сө урын яулаусы «Айыуҡай» балалар баҡсаһы мөдире Байегетова Рәзинә Мөнир ҡыҙын диплом менән бүләкләне.
Афарин, артабан да уңыштар юлдаш булһын!
2726
Рекламный баннер 728x90px center-bottom