Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

ХӨРМӘТЛЕ ДУҪТАР!

21:58 06.12.2023
Ишембәтов Ришат Вәкил улы Ҡоролтай һәм "Башҡортостан" гәзите ойошторған конкурста ҡатнаша. Әйҙәгеҙ, уға дәррәү тауыш бирәйек!f09f92a5.pngf09f92a5.pngf09f92a5.png ХӨРМӘТЛЕ ДУҪТАР!

14 декабрҙә республикабыҙҙа Башҡорт теле көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан төркөмөбөҙҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә “Уйҙарымда – милләт яҙмышы” тип аталған өр-яңы бәйге иғлан итергә булдыҡ.

Тауыш бирергә: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll656effc0df63..

Әлеге ваҡытта Башҡортостандың ҡала һәм райондарында милләттәштәребеҙҙе берләштергән 70 ҡоролтай – йәмәғәт ойошмаһы эшләп килә. Уларҙың барыһына ла йөрәге халҡым тип янған, башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ иткән, уны ҡулланыу өлкәләрен киңәйткән, йәштәрҙе һәм ололарҙы мәҙәни ҡиммәттәргә ылыҡтырған, һөнәренә, вазифаһына һәм йәшенә ҡарамай, йәмәғәт тормошо уртаһында ҡайнаған рухлы, әүҙем милләттәштәребеҙ етәкселек итә. Бөгөнгө конкурс өсөн шундай шәхестәр араһындағы иң-иңдәрҙе һайланыҡ. Һеҙ ҙә үҙ һүҙегеҙҙе әйтегеҙ, яҡташтарығыҙҙы хуплағыҙ, лайктарығыҙҙы йәлләмәгеҙ, хөрмәтле дуҫтар!

Еңеүселәрҙе билдәләү – фәҡәт һеҙҙең ҡулда! Бының шарттары үтә ябай һәм йомғаҡ яһағанда түбәндәгеләр иҫәпкә алына:

❗"Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөнә (https://vk.com/gazetabashkortostan), шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төркөмөнә (https://vk.com/kurultaibashkir) яҙылырға;

❗Лайыҡлы тип тапҡан конкурсант өсөн тауыш бирергә;

❗Ошо яҙмаға лайк ҡуйып, шәхси диуарығыҙға репост яһарға кәрәк.

Конкурс 14 декабргә тиклем дауам итә. Бәйгеселәр хаҡында тулыраҡ һүрәтләмәләр төркөмдә сыға. Шулай уҡ уларҙың эшмәкәрлеге менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төркөмөндә (https://vk.com/kurultaibashkir) танышырға мөмкин.

14 декабрҙә, 21.00 сәғәттә, иң күп тауыш йыйған өс еңеүсе асыҡланасаҡ. Улар хаҡында "Башҡортостан" гәзите биттәрендә мәҡәлә донъя күрәсәк. Уңыштар теләйбеҙ!

4259
Рекламный баннер 728x90px center-bottom