Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

Хөрмәтле Баймаҡ ҡалаһы һәм районы халҡы!

07:11 16.04.2026
Хөрмәтле Баймаҡ ҡалаһы һәм районы халҡы!
Хөрмәтле Баймаҡ ҡалаһы һәм районы халҡы!

Һеҙҙең барығыҙҙы ла 17 апрель көнө буласаҡ Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа ҡатнашырға саҡырам. Был акция башҡорт телен үҫтереү, һаҡлау һәм популярлаштырыуға бағышланған.

Диктант иртәнге сәғәт 11-ҙә Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа башланасаҡ. Онлайн яҙыусылар диктантты 17 апрелдең 23:59 сәғәтенә тиклем яҙа ала.

Шул уҡ ваҡытта сәғәт 11.00-ҙә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында диктантты офлайн форматта яҙыу ойоштороласаҡ.

Диктантта ҡатнашыу өсөн bashdictant.ru/
сайтында теркәлеү һәм яҙып бөткәс, эштәрегеҙҙең скан вариантын «МАКС» ҡушымтаһында @bash_dictant_bot ботына йәки bashdictant.ru сайтына шәхси сәхифә аша ебәреү мотлаҡ.

Башҡорт телен үҫтереүгә һәм һаҡлауға йүнәлтелгән мөһим сарала бергәләп әүҙем ҡатнашайыҡ.
1705
Рекламный баннер 728x90px center-bottom