Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың тыуыуына 85 йыл

18:26 13.12.2023
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың тыуыуына 85 йыл

Рауил Төхвәт улы Бикбаев 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһенең Покровка районы Үрге Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Башҡорт шағиры, әҙәбиәтсе, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостандың халыҡ шағиры (1993 йыл), филология фәндәре докторы (1996 йыл), Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы (1999 йыл), Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2009 йылдан), профессор. 2008 — 2013 йылдарҙа Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, уның мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе була. Башҡортостан Гимны авторҙарының береһе.

4543
Рекламный баннер 728x90px center-bottom