Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

Ауыр юғалтыу... Ҡайғылы хәбәр

12:44 08.07.2026
Ауыр юғалтыу... Ҡайғылы хәбәр

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһы оло юғалтыу кисерә. Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығының урынбаҫары Ишҡыуатова Әлфирә Хөсәйен ҡыҙының ваҡытһыҙ арабыҙҙан китеуе барыһының да йөрәгенә тәрән яра һалды.

Әлфирә Хөсәйен ҡыҙы үҙенең намыҫлы хеҙмәте, оло кешелеклеге, эшенә бөтә күңелен биреп эшләгән яуаплы етәксе булыуы менән һәр кемдең ихтирамын яуланы. Ул ҡалабыҙҙың төҙөкләнеүе, сәскә атыуы һәм халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу өсөн барлыҡ көсөн, белемен һәм йөрәк йылыһын бирҙе.

Ул беҙҙең хәтерҙә һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө, аҡыллы етәксе, ярҙамсыл хеҙмәттәш һәм изге йөрәкле замандаш булып ҡалыр. Күрһәткән ярҙамы, игелекле ғәмәлдәре өсөн ҡала халҡы уны һәр ваҡыт ҙур рәхмәт һәм хөрмәт менән иҫкә алыр.

Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте барлыҡ ҡала халҡы исеменән Әлфирә Хөсәйен ҡыҙының туғандарының, яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлаша, ауыр юғалтыу ҡайғыһын бергә кисерәбеҙ.

Мәрхүмәнең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын...
245
Рекламный баннер 728x90px center-bottom