Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

17 июлдә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Ватан алдында күрһәткән...

06:57 19.07.2026
17 июлдә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Ватан алдында күрһәткән...
17 июлдә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры Ноғман МУСИНДЫҢ тыуыуына 95 йыл.

Ноғман Сөләймән улы 1931 йылдың 17 июлендә Башҡорт АССР-ының Маҡар районы Ҡолғона ауылында тыуған (хәҙерге Ишембай районы).

1937—1944 йылдарҙа Ҡолғона ауылында ете йыллыҡ мәктәптә белем ала.

1947 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлап, шунда уҡытыусы булып эш башлай.

1949 йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына уҡырға инә.

1951 йылда институтты тамамлағас, бер аҙ Маҡар район мәғариф бүлегендә инспектор вазифаһын башҡара һәм йыл аҙағында хәрби хеҙмәткә алына.

Һалдаттан ҡайтыу менән «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, унан һуң Ҡолғона ауылында дүрт йыл уҡытыусы булып эшләй.

Ә 1958 йыл Өфөгә килеп, «Ағиҙел» журналында — бүлек мөдире, яуаплы секретарь, 1962 йылдың башынан «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр була.

Ноғман Мусин Башҡорт дәүләт университетының киске бүлеген тамамлай, артабан йәнә «Ағиҙел» журналында бүлек мөдире, Башҡортостан телевидениеһында, унан Башҡортостан китап нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй.

Ижадҡа тәүге аҙымдарҙы Ноҡман Мусин шиғриәттә яһай - Стәрлетамаҡта уҡыған йылдарында уҡ республика гәзиттәрендә баҫыла.

Ә бына прозаға армияла хеҙмәт иткән осорҙа мөрәжәғәт итә - бер нисә хикәйә яҙа, "Минең дуҫ" тигәне 1954 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫыла.

Артабан ул бер-бер артлы повестар ижад итә һәм беҙ яратып уҡыған романдарын яҙыуға өлгөрөп етә - башҡорт әҙәбиәтенә тиҫтәләгән ҙур күләмле әҫәрҙәр бүләк итә ул.

Яҙыусы 2021 йылдың 31 октябрендә 90 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Әммә уның әҙәби мираҫы урман кеүек мәңгелек - һәр быуынды әсир ҡылып йәшәүен дауам итә.
184
Рекламный баннер 728x90px center-bottom