Бөгөн танылған шағирә, яҙыусы һәм журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, «Башҡортостан ҡыҙы»...
20:19
10.09.2026
Бөгөн танылған шағирә, яҙыусы һәм журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова тыуған көнөн билдәләй!
Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова (Хәбилова) 1973 йылдың 10 сентябрендә Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында тыуған, бала сағы Башҡортостандың Бөрйән районында үткән. 1990 йылда Сибай мәктәп-интернатын тамамлаған, Башҡорт дәүләт университетында башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡыған. Хеҙмәт юлын "Йәшлек" гәзитендә, артабан "Аманат" журналында башлай. Бер аҙ Сибай ҡалаһында "Атайсал" гәзитендә хәбәрсе булып эшләй. 2015 йылдан «Киске Өфө» гәзите хәбәрсеһе, «Һәнәк» журналының баш мөхәррире булып эшләне. Бер нисә шиғри йыйынтыҡ һәм проза китабы авторы.
. ***
Ишек шаҡый көҙөм. Тағы килгән...
Ҡыҙыл күлдәк... һары һырға элгән.
Минең дә шул, иләҫ-миләҫ булып,
Ошо осор көтөрөмдө белгән.
Әйҙүкләйем, түрҙән урын биреп,
Әҙерләнгән емеш-йылдар тиреп.
Сабыр ғына ҡаршы алған булам,
Сыҡмаһам да артыҡ ҡолас киреп.
Көҙөм, көҙөм, көҙөм... уңған мәлем,
Артта ҡалды үкенгәне, йәле...
Алмаларҙың алланғанын алып,
Хуш еҫенән иҙерәйем әле.
Көҙөм, көҙөм, көҙөм! Алтынланған,
Ялҡынлаған сағыу саған сағым.
Көҙҙәр килер урап, һау булғанда...
...Һин дә килһәң икән шулай тағын...
***
Уянам да шөкөр итәм,
Ошо көн яҡтыһына,
Осҡон булып ҡына һыҙған
Шул өмөт сатҡыһына.
Уянам да шөкөр итәм,
Ятҡан-торған еренә,
Алып ейәр ризығына,
Булғандың һәр беренә.
Шөкөр итәм, Хоҙайымдың
Биргән балаларына.
Юл йөрөткән юлдарына,
Ауыл-ҡалаларына.
Һалған аҡыл-зиһененә,
Көсө, дәрте, хисенә,
Йөҙ мәшәҡәтле көнөнә,
Арып ҡайтыр кисенә...
...Сәй артында ҡыҙым менән
Сөкөр-сөкөр...
Шулай ғына йәшәүҙәргә
Шөкөр. Шөкөр!
... йәшемде ҡаршы алғанда
Көлөрөм дә алдалыр,
Иларым да алдалыр.
Алдана торғандарында
Ғәзиз башым алданыр.
Күрмәй ҡалмаҫ күрәсәген,
Белмәйсә беләсәген.
Үтә ҡарап кем әйтәлә
Байырын-бөләсәген?
Күрмәй ҡалмаҫ күрәсәген,
Тынғы белмәҫ башҡынам.
Ә әлегә илай-көлә, байый-бөлә,
Килер көнгә ашҡынам.
***
Былай алайыммы бынау көнө:
Йән иретер генә йылы сыуаҡ.
Ошо ғына ерҙе һайлар инек
Моғайын да, тейем, яңынан тыуһаҡ.
Ошо ғына ерҙе һайлар инем,
Ошо ғына яҙмыштары менән,
Ошо күргән һәм күрәһе менән,
Ошо ғына яҙ-ҡыштары менән.
Һайлар инем тағы һине генә,
Дөрләп кенә янып бөтөр өсөн.
Янып бөтөп ҡабат көлдән ҡалҡып,
Ҡалған ғүмер тағы көтөр өсөн.
Былай алайыммы бынау көнө!
Тәҡбир әйтеп киләм илһамланып.
Ҡабат тыуһам тап ошонда киләм,
Йөрөмәмен инде мин һайланып.
***
Тик һағыштан ғына тормай ҙа көҙ,
Күҙ сағылтыр уның буяуҙары.
Нигә эләгеп таралырға белмәй
Орлоҡтарҙың етеҙ, уяуҙары.
Ерҙән алып алма тешләниһәм,
Һуты ағып төшә эйәгемә.
Ҡайһындай ҙа муллыҡ менән килә
Йәй аҙағы тыуған төйәгемә.
Алма ямғырынан ҡасып торам,
Алмағастың олонона һеңеп.
Бал-шәкәр ҙә генә алма тәме,
Һарыр һағыштарҙы китте еңеп.
Миләүшә Ҡаһарманова