Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

#УчительВнеУрока

06:38 01.10.2026
#УчительВнеУрока
#УчительВнеУрока

Ғүмеренең өс тиҫтә ваҡытын балаларға белем биреүгә арнаған Әбделкәрим урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мостаева Вазифа Азат ҡыҙы бөгөн заман бергә атлаусы уҡытыусы ла, тынғыһыҙ ирекмән дә.

Ул шул уҡ ваҡытта биш йыл уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын да башҡара. Уҡыусылары "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү, "Игебай уҡыуҙары" конкурстарында, башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп торалар.

Вазифа Азат ҡыҙы мәктәптә эше күп булып, ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан Баймаҡ ҡалаһында урынлашҡан "Һаҡсы фәрештә" ирекмәндәр штабында ирекмән булараҡ махсус хәрби операцияла йөрөгән егеттәргә ылауҙар ебәреүҙә ҡатнаша.

Мәктәптә, ауыл тормошонда маскировка селтәрҙәре үреүҙе, кәрәкле әйберҙәр йыйыу, әҙерләү, өй шарттарында бешерелгән ашамлыҡтар бешереүҙе ойошторсы ла ул.

Махсус хәрби операцияла йөрөгән егеттәр менән һәр ваҡыт бәйләнешкә сығып, уларҙың хәлдәрен белешә, уларҙың ғаиләләре менән дә бәйләнеш тота. Мәктәптә батыр яугир егеттәр тураһында белешмә туплап, мөйөш булдырҙы.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусылар үҙ телендә аралашыуҙы һағынған ағайҙарға йылы эстәлекле хаттар яҙалар.

Шулай итеп, Вазифа Азат ҡыҙы алты бала әсәһе булараҡ яуҙа йөрөгән егеттәрҙе әсәйҙәрсә хәстәрлек күреп, ҡулынан килгәнсә алыҫ араларҙы яҡынайтып, уларға өй йылыһы бирергә тырыша.
1010
Рекламный баннер 728x90px center-bottom