Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы янында

09:51 05.10.2026
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы янында
“БАЙМАҠ ТАУЫШЫ” оҫтаханаһы асыла.

Оҫтахананың маҡсаты – буласаҡ конферансьеларҙы, подкасттар авторҙарын һәм блогерҙарҙы тәрбиәләү.
Йәмәғәт алдында матур һәм ышаныслы һөйләү — ул тыумыштан килгән һәләт түгел, ә һәр кем өйрәнә ала торған күнекмә. Был оҫтаханала тауыш ҡуйыу, матур һөйләшеү серҙәрен уртаҡлашасаҡбыҙ, тән һәм тауыш менән эшләргә ярҙам иткән файҙалы күнегеүҙәр эшләйәсәкбеҙ, шулай уҡ төрлө тренингтар ойоштороласаҡ.

Оҫтахана түбәндәге йүнәлештәрҙә эшләйәсәк:
1.Ҡурҡыуҙы еңеү: тулҡынланыуҙы нисек итеп сәхнә энергетикаһына әйләндерергә?
2.Тауыш менән эшләү: дикцияны яҡшыртыу, тауышты ҡалын һәм яңғырауыҡлы итеү серҙәре.
3.Бәйләнеш булдырыу: тамашасының иғтибарын тәүге секундтарҙан алып нисек яулап алырға һәм ҡулда тоторға?
4.Ым-ишара теле: кәүҙәне һәм ҡулдарҙы нисек дөрөҫ файҙаланырға?

Төркөм "Пушкин картаһы" булған 8-се кластан алып 10-сы класҡа тиклемге уҡыусыларҙан төҙөлә. Тауышы асыҡ, һәр сығышы уңышлы булыуын теләгән буласаҡ сәхнә оҫталарын, блогерҙарҙы һәм алып барыусыларҙы саҡырабыҙ! Матур һөйләргә бергәләп өйрәнәйек!
Телефон: 89061023694, Айгөл Иҙелбаева.
17
Рекламный баннер 728x90px center-bottom