Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

Билал ауыл китапханаһында "Донъяға - тәҙрә аша" исемле әҙәби-музыкаль кисә үтте

13:06 07.10.2026
Билал ауыл китапханаһында "Донъяға - тәҙрә аша" исемле әҙәби-музыкаль кисә үтте
Билал ауыл китапханаһында "Донъяға - тәҙрә аша" исемле әҙәби-музыкаль кисә үтте. Был сара Уҡытыусылар көнөнә арналды һәм тәҙрә символы аша донъяға ҡараштың киңлеген, яңы мөмкинлектәр асыуҙы сағылдырҙы.

Кисәлә ҡатнашыусылар тәҙрә пәрҙәләрен асыуҙы яңы көнгә, яңы өмөттәргә һәм яңы мөмкинлектәргә юл асыу тип аңлатты.

Мәғариф ветерандары менән хәҙерге уҡытыусыларҙың осрашыуы күңелдәрҙә онотолмаҫ хистәр тыуҙырҙы. Билал мәктәбе уҡытыусылары үҙҙәренең остаздарына рәхмәт һүҙҙәре еткереп, "Уҡытыусыма" йырын музыкаль сәләм итеп тапшырҙы.

Кисәлә тәҙрә тураһында йомаҡтар, йырҙар, шиғырҙар яңғыраны, хәтирәләр яңыртылды, мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамалаусы уҡыусыларҙың ҡотлауҙары тапшырылды, юбиляр уҡытыусылар тәбрикләнде. Ҡайнатмалар менән тултырылған кескәй банкаларҙа тәҙрә фонында "Тәҙрәңде ас һин, ҡояшҡа — бәхет осоп инһен түрбашҡа!" тигән һүҙҙәр яҙылып, улар күстәнәскә бирелде һәм шатлыҡ менән ҡабул ителде.

Кисәне ойоштороуҙа ярҙам иткән Фәнүзә Шаһибалова, Рәүиә Юнысбаева, Сәғилә Ғайсина, Сулпан Шаһибалова, Алһыу Ырғыҙбаева, Әдилә Ғайсина, Әлиә Абдуллина, Ләйсән Халиҡова, Васил Ғайсин, Йәмил Иғдисамов, Рөстәм Әхмәтов, Рауил Исхаҡов һәм Айгиз Юлмөхәмәтовтарға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Эштәрендә, уҡыуҙарында уңыштар теләйбеҙ!

Һәр бер йорттоң тәҙрәһе аша тик йылы ҡояш нурҙары төшһөн, тәҙрә төптәрендә матур гөлдәр үҫһен, яңы көн өмөт, ышаныс, тыныслыҡ алып килһен!
142
Рекламный баннер 728x90px center-bottom