Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

Өлкән һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмдәрендә иң мөһим дәүләт байрамдарының береһе - «Йондоҙло» балалар баҡсаһында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған тематик дәрес үтте

07:17 09.10.2026
Өлкән һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмдәрендә иң мөһим дәүләт байрамдарының береһе - «Йондоҙло» балалар баҡсаһында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған тематик дәрес үтте
Өлкән һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмдәрендә иң мөһим дәүләт байрамдарының береһе - «Йондоҙло» балалар баҡсаһында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған тематик дәрес үтте.

Дәрес барышында улар республикабыҙҙың тарихы, уның гүзәл тәбиғәте, ҡала-ауылдары һәм данлыҡлы кешеләре менән танышты. Балалар ҙур ғорурлыҡ менән Башҡортостандың дәүләт символдары — Флаг, Герб һәм Гимн тураһында һөйләнеләр.

Милли башҡорт уйындары аша балалар үҙҙәренең етеҙлеген һәм берҙәмлеген күрһәтте, ҙур ғорурлыҡ менән йырҙарын башҡарҙы.

Был сара балаларҙа тыуған илгә ҡарата һөйөү, патриотик тойғолар һәм дуҫлыҡ тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Республикабыҙ сәскә атһын, ә балаларыбыҙ һәр саҡ шулай шат күңелле, бәхетле булып үҫһендәр!
542
Рекламный баннер 728x90px center-bottom