Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

Конкурс "Тәңкәле ҡыҙ-2026" .

18:01 05.11.2026

Баймаҡ еренең ғорурлығы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипова беҙҙең замандың тере классигы. Уның "Бөйрәкән" романы, "Тәңкәле ҡыҙ" повесы һәм башҡа бихисап әҫәрҙәре аша нисәмә быуын тәрбиәләнде. Әҙибәнең ижады бөгөн халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы, ә геройҙары тоғролоҡ һәм саф күңеллелек өлгөһө.
29 октябрь Районыбыҙҙың мәҙәниәт йортонда Таңсулпан Ғарипованың 7 томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығы сығыуына арналған төбәк-ара "Тәңкәле ҡыҙ-2026" бәйгеһе уҙғарылды. Бығаса район кимәлендә генә үткән конкурста быйыл Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан килгән иң уңған, зирәк һәм дәртле ҡыҙҙар ҡатнашты.
Бәйгенең иң хөрмәтле ҡунаҡтары Таңсулпан Ғарипова һәм танылған яҙыусы, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире урынбаҫары Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай булды.
Сағыу, тулҡынландырғыс һәм йәнле сара аҙағында Таңсулпан Ғарипова бөтә ҡатнашыусыларға үҙенең йылы рәхмәтен белдереп, иҫтәлекле бүләктәрен һәм яңы сыҡҡан 7-се том китаптарын тапшырҙы.
"Тәңкәле ҡыҙ" бәйгеһе кеүек рух, тел һәм әҙәбиәт менән һүғарылған саралар булғанда, халҡыбыҙҙың киләсәге өмөтлө.
29 октября в Районном доме культуры состоялся межрегиональный конкурс "Тәңкәле ҡыҙ-2026", посвященный выходу 7-томника Тансулпан Гариповой. В конкурсе приняли участие девушки из Баймакского, Бурзянского, Зилаирского, Зианчуринского районов и города Сибая.

56
Рекламный баннер 728x90px center-bottom