Хөрмәтле Ишһылыу Рысҡужа ҡыҙы!
15:54
25.10.2026
Хөрмәтле Ишһылыу Рысҡужа ҡыҙы!
Һеҙҙе күркәм юбилейығыҙ—70 йәшегеҙ менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен,
Шатлыҡтарҙың теләйбеҙ иң ҙурын.
Бәхеттәрҙең теләйбеҙ,ҡояш кеүек,
Мәңге һүнмәй торған нурлыһын!
Һеҙ, хөрмәтле Ишһылыу Рыҫҡужа ҡыҙы, уңған, егәрле хужабикә, изге йөрәкле әсә, оҫта ҡуллы, аҡыллы ағинәй булып, ауылдаштар алдында абруй һәм ихтирам ҡаҙандығыҙ! Бар эште лә күңел биреп башҡараһығыҙ, хеҙмәттән йәм, тәм таба беләһегеҙ, матурлыҡты бик нескә тояһығыҙ. һеҙгә ғүмер юлында күп ауырлыҡтар, һынауҙар кисерергә тура килһә лә, һынмай, бөгөлмәй, намыҫлы итеп йәшәйһегеҙ, бынамын итеп балаларығыҙҙы үҫтереп, үҙаллы тормош юлына сығарҙығыҙ.
Алдағы көндәрҙә балаларығыҙға, туғандарығыҙға, яҡындарығыҙға,
ауылдаштарығыҙға кәрәк һәм терәк, ныҡлы таяныс булып, йөрәк йылығыҙҙы, фәһемле кәңәштәрегеҙҙе мул өләшеп,
иҫәнлектә-һаулыҡта, бәрәкәттә-муллыҡта, күңел тыныслығында, именлектә, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуанысында,
һәр атҡан таңға ҡыуанып йәшәүегеҙҙе генә теләйбеҙ!
Күркәм юбилейығыҙ ҡотло булһын! Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын бойомға!