Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

"Ватандаш" журналы Ғаилә йылына арнап өр-яңы конкурс иғлан итә!

19:47 15.01.2024
f09f91aa.png "Ватандаш" журналы Ғаилә йылына арнап өр-яңы конкурс иғлан итә! "Беҙҙең ғаилә тарихы" тип атала ул.

f09f9189.pngҒаиләгеҙ барлыҡҡа килгән, тормош ҡороп йәшәй башлаған йылдарҙы һағынып хәтергә алаһығыҙмы? Үҙенсәлекле йолаларығыҙ, табын һайын һөйләрлек мәҙәктәрегеҙ, башҡаларға бәйән итерлек ҡыҙыҡлы мажараларығыҙ бармы? Был конкурс һеҙҙең өсөн! Күмәкләп уҡыйыҡ, ҡыуанайыҡ!

Мөһим шарт тураһында онотмағыҙ - яҙманы туй фотоһы, бөгөнгө көндә төшкән фотолар менән биҙәргә кәрәк.

Эштәр 15 февралгә тиклем ҡабул ителә. Улар яҙмаларҙағы тарихтарҙың ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле булыуына ҡарап баһаланасаҡ.

1 март - Башҡорт ғаиләһе көнөндә ике еңеүсе билдәләнә: бер ғаилә редакция хеҙмәткәрҙәренән торған жюри ярҙамында, икенсеһе - тауыш биреү һөҙөмтәһендә.

🎁Еңеүселәрҙе шәп бүләктәр - «Ағиҙел» башҡорт сәнғәт кәсептәре предприятиеһынан милли эсемлектәр өсөн һауыт-һаба көтә. Бынан тыш, иң матур ғаилә тарихтары шулай уҡ "Ватандаш" журналы биттәрендә донъя күрәсәк.

Ҡатнашығыҙ, туғандарығыҙға һәм дуҫтарығыҙға ошо посты ебәрергә онотмағыҙ! Һорауҙарығыҙ булһа, яҙығыҙ 👇

4007
Рекламный баннер 728x90px center-bottom