Рекламный баннер 990x90px header-top
18+
Рекламный баннер 728x90px center-top
Архив
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
not

Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Баймаҡ районында. Тәү сиратта ул Беренсе Төркмән ауылындағы мәҙәниәт йортона туҡталды. Бинаға быйыл капиталь ремонт эшләнде.

23:04 15.12.2023
f09f9793.png Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Баймаҡ районында. Тәү сиратта ул Беренсе Төркмән ауылындағы мәҙәниәт йортона туҡталды. Бинаға быйыл капиталь ремонт эшләнде, һөҙөмтәлә клуб яңы һулыш алды.

f09f998ff09f8fbb.png Бында шулай уҡ китапхана, күренекле йырсы һәм ҡурайсы Ғата Сөләймәнов исемендәге музей, «Ихлас» клубы ла урынлашҡан. «Ихлас»та 200-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ шөғөлләнә. Радий Хәбиров менән аралашыу барышында: «Бөгөн тәү сиратта махсус хәрби операциялағы ир-егеттәрҙе хәстәрләргә тырышабыҙ, уларға йылы әйберҙәр бәйләп ебәрәбеҙ. Беҙҙең һалдаттарға ҡарата иғтибарығыҙ өсөн бар әсәләрҙән дә ҙур рәхмәт», – тине улар.

f09f998cf09f8fbb.png Клуб алдына йыйылған ауыл халҡы менән аралашып, Радий Хәбиров уларҙы борсоған һорауҙар менән ҡыҙыҡһынды. Тармаҡ етәкселәренә амбулаторияны яңыртыу, газ үткәреү, урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн трактор бүлеү кеүек көнүҙәк һорауҙарҙы ҡарарға ҡушты.

📌 Һүҙен йомғаҡлап, республика етәксеһе: «Ауылдарыбыҙҙа ике меңгә яҡын мәҙәниәт йорто эшләй. Уларҙың күбеһе яңыртыуға мохтаж, был йүнәлештә эш алып барабыҙ. Беҙ теләгәнсә тиҙ үк булмаһа ла, һәр мәҙәниәт йортона барып етәсәкбеҙ», – тип белдерҙе.



7053
Рекламный баннер 728x90px center-bottom